Сипайлово биҫтәһендә йәмәғәт тәртибенә ҙур иғтибар бүленә

Сипайлово биҫтәһендә  йәмәғәт тәртибенә ҙур иғтибар бүленә

Быйылдан унда урамдарҙа яҡтыртҡыстар арта, өҫтәмә видеокамералар ҡуйыла. Өфө башлығы Өлфәт Мостафин бөгөн шулай тип белдерҙе. Ҡала властары микрорайонда енәйәт осраҡтарын кәметеү һәм артабан тулыһынса бөтөрөү өсөн ошондай саралар күрә. Бығаса был тәжрибә Инорста ҡулланылды, унда күрһәткестәрҙең яҡшырыуы күҙәтелә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ