Октябрьский ҡалаһында 3 йыл буйы төҙөлмәгән проблемалы йорт менән Прокуратура шөғөлләнәсәк

2015 йылдан бирле ябыҡ торған Бәләбәй бала табыу йортонда тәүге сабый донъяға килгән, ә Октябрьский ҡалаһында 3 йыл буйы төҙөлмәгән проблемалы йорт менән Прокуратура һәм Тәфтиш  комитеты шөғөлләнәсәк. Республика башлығы Бәләбәй һәм Октябрьский ҡалаларына эш сәфәре барышында файҙаланыуға тапшырылған һәм  сафҡа индереүҙе көткән объекттарҙа булды. Улар барыһы ла ошо төбәк халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Эш сәфәренән ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортаж.

Табиптарҙың да, ерле халыҡтың да ҡыуанысы сикһеҙ. Бәләбәй бала табыу йортонда сабыйҙарҙың тәүге ауаздары яңынан яңғырай. Биш йыл элек ябылған медицина учреждениеһы 3 көн элек үҙ ишектәрен аса.  2015 йылда башланған ремонт  илке-һалҡы башҡарылыу сәбәпле оҙаҡҡа һуҙыла. Радий Хәбиров былтыр Бәләбәйгә эш сәфәре барышында бала табыу йортон тиҙ арала сафҡа индереү бурысын ҡуйғайны. Проблема хәл ителгән.

Һуңғы йылдарҙа Бәләбәй ҡатындары бала табыу өсөн йөҙҙәрсә саҡрым үтеп икенсе ҡалаларға йөрөнө. Миңә лә юл йөрөргә тура килер тип уйлағайным. Ҡыҙымдың бәхетенә үҙебеҙҙә ремонт эштәре тамамланып өлгөрҙө. Сабыйым яңыртылған ошо медицина учреждениеһында иң беренсе булып ауаз һалды.

Эльвира Яфаева, йәш әсә

Бәләбәйҙә йырлаусы шишмә лә барлыҡҡа киләсәк. Моңло проект ҡала быуаһының ярын һәм паркты төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Был проект уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, уны төҙөкләндереүгә  113 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан.

Бәләбәй эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа һүҙ бизнесты үҫтереү, административ кәртәләрҙе емереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу хаҡында барҙы. Ҡала хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, төбәктә эшҡыуарҙар һаны артҡан. Йүнселдәр Республика башлығы менән етәкселәрһеҙ генә осрашырға теләүен дә белдерҙе. Радий Хәбиров уны Стәрлетамаҡта, бизнес-шерифтар форумында үткәрергә тәҡдим итте.

Октябрьский ҡалаһында ла хәл итәһе проблемалар етерлек. Мәҫәлән, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар менән. «Йыл миҙгелдәре» биҫтәһендә ике йорт төҙөлмәй тора.

Республика башлығы төҙөлөш компанияһы вәкилдәре, өлөшсөләр менән осрашты, һәр яҡтың фекерҙәрен тыңланы. Шәмбе мин һеҙҙе  Өфөлә осрашыуға көтәм, унда прокуратура, тәфтиш комитеты вәкилдәре лә саҡырыласаҡ, тине Радий Хәбиров.

Октябрьскийҙың ҡала музыка колледжы ла яңыртыуҙы көтә. Уҡыу йортона 1969 йылда нигеҙ һалынған, бер тапҡыр ҙа капиталь төҙөкләндереү үткәрелгәне юҡ. Бында 160 бала шөғөлләнә. Объекттың ремонт проекты әле тикшереү үтә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, зал боронғо булһа ла үҙенсәлекле, зауыҡлы. Ремонт мотлаҡ кәрәк, реставрацияға иң яҡшы төҙөүселәрҙе йәлеп итегеҙ, тине ул.

Эш сәфәре ғәҙәттәгесә, башлыҡ сәғәте менән тамамланды, унда һүҙ ҡаланың киләсәк үҫеше хаҡында барҙы. Тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау, юл селтәре, йәмәғәт транспортындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында. Киләһе йыл 75 йәшен билдәләйәсәк Октябрьский өсөн тарихи йылъяҙмаһын яңы сағыу биттәр менән байытыу бик мөһим.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһында 3 йыл буйы төҙөлмәгән проблемалы йорт менән Прокуратура шөғөлләнәсәк

Р.Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ