Нисек кенән ҡыйыу булма, ниндәй генә ҙур булмаһын машинаң, тәбиғәттең ҡәҙрәтен еңә алғандары юҡ әле. Шулай ҙа үҙ мәнфәғәтеңә ҡороп файҙа алыу мөмкин. Бөрйән районында сафҡа ингән электр станцияһы тап ошо принципҡа ҡоролған. Ҡояш энергияһын электр утына әйләндереү. Экватор түгел, шулай ҙа беҙҙең төбәктең климат шарттарында ла ҡояш нурҙарын файҙаланыу мөмкин. Быға Хәйбулла, Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарында эшләгән ҡояш электр станциялары ла асыҡ дәлил. Улар барыһы бергә ҡояш энергияһы генерацияһын 44 мегаватҡа еткерә.
Бөрйән станцияһының ҡеүәте иһә 10 мегаватт. Уны хатта, Европалағы иң ҙур ҡояш аккумуляторҙарының береһе тинеләр. Эйе, аккумулятор тиергә лә мөмкин, сөнки Бөрйәндәге электр станцияһы энергияны туплау, һаҡлау мөмкинлеге менән үҙенсәлекле. Йәғни, электр менән өҙөклөктәр тыуған саҡта, йә булмаһа ҡояш тулыһынса тотолһа ла, Бөрйәндә Ильич лампалары һүнмәйәсәк. Хәйер, бының кире яғы ла бар. Бөрйәндәргә был оҡшап та етмәй тиҙәр. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова урындағы халыҡтың серен систе.
Әле генә ҡараңғылыҡҡа сумған бүлмә яҡтыллыҡа күмелә. Бөрйән ҡояш электр станцияһы тәүге мегаваттарын йыя башлай. Ә тупланған энергия ошо ҡумталарҙа туплана һәм тейешле нөктәгә тапшырыла. Бында көн яҡтыһынан килгән электр көсөн йыйыу ғына түгел, һаҡлау мөмкинлеге лә бар. Йәғни, районда хәҙер автоном режим, ә был ҙур булмаған будка- станцияның йөрәге.
Ҡояш станцияһын сафҡа индереүгә 1 миллиард һумға яҡын аҡса һалынған, уны "Хэвэл" компанияһы бүлгән. Был суммаға боронғоса электр сымдары һуҙырға ла мөмкин тип әйтергә була, әммә был инвестиция проекты. Йәғни, төҙөлөш эшҡыуарҙар тарафынан алып барылған, ә дәүләт иҫәбенә түгел.
Бөрйән районы республикала запас электр линияһы һуҙылмаған берҙән-бер муниципаль берәмек. Йәғни, электр селтәрҙәрендә ремонт барғанда, йә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда тотош район ҡараңғылыҡҡа сума. Ерле халыҡ әйтеүенсә, утһыҙ ултырған мәлдәр йыл әйләнәһенә аҙналарға һуҙыла. Әммә хәҙер инде электр энергияһы менән өҙөклөктәр тарихта ҡалды, проблема тулыһынса хәл ителде тип әйтергә була.
Уның ҡарауы, Бөрйәндә сабыйҙар күп тыуа тип төрттөрөүселәр ҙә бар. Район тыуым буйынса алдынғы, ә демографик проблема юҡ. Әммә ишле бала тәрбиәлеүселәр был шаяртыу менән килешмәй. Өс бала атаһы Ильяс Мырҙағолов фекеренсә, был тәү сиратта экологияның таҙалығы һәм йәштәрҙең һау-сәләмәт булыуы менән бәйле. Ә электр энергияһы өҙөлгәндә романтика ҡайғыһы юҡ, утынын да, һыуын да ташырға, мейесен дә тоҡандырырға кәрәк. Өҫтәүенә, техника сафтан сыға, боҙола.
Утһыҙлыҡтан бигерәк тә социаль объекттар яфа сигә. Шәхси йортта нисек тә түҙергә мөмкин, ә бына дауаханала кисекмәҫтән яһала торған процедуралар килеп сығыуы, кешенең ғүмере ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылыуы бар. Мәғариф учреждениелары ла һынауға дусар ителә. Мәҫәлән, район үҙәгендәге 1-се белем усағында меңдән ашыу уҡыусы, төпкөл ауылдарҙан интернатта ятып уҡығандар бар. Ә электр энергияһы өҙөлөү менән ашханала туҡландырыу ҙа, башҡа уңайлыҡтар ҙа туҡтатыла.
Ҡояш электр станцияһы 30 гектар майҙанды биләй. Таулы-урманлы Бөрйән өсөн тигеҙ, асыҡ аҡландар алтынға тиң. Халыҡтың малы йөрөр көтөүлектәр ҙә, сабынлыҡтар ҙа кәрәк. Әммә эксперттар фекеренсә, тотош райондың киләсәге хаҡында фекер йөрөткәндә, ҡояш электр станцияһы төҙөү заман талабы. Яңы объект төбәккә инвесторҙар йәлеп итер тигән ышаныс та бар. Сөнки әле эшҡыуарҙар электр селтәрҙәре һуҙылмауҙан биҙрәп тора. Берҙән, был эш айҙарға һуҙыла, икенсенән, энергия ҡиммәт. Ә ҡояш станцияһы хаҡты кәметеү мөмкинлеге аса.
Райондың электр энергияһына ихтыяжы 20 мегаватт, ә ҡояш станцияһы 10 мегаватт бүлеп сығара, һигеҙҙе аккумуляторҙа һаҡлай ала. Тимәк, ремонт йә авария мәлендә запас норма бар, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмаясаҡ. Ә киләсәктә инде станцияның ҡеүәтен тағы арттырыу хаҡында уйланырға мөмкин. Сөнки алдынғы дәүләттәр өсөн арзан энергия сығанаҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара, хатта ҡояш панелдәрен һәр йорт башында күрергә мөмкин.
Р. Кәримова




