Нимәлер асыла, ә нимәлер ябыла. Һәр ваҡыт татлы ғына булырға тормош шәкәр түгел шул. Хәйер, шәкәр етештереүселәр ҙә ҡайһы саҡта әсеһен татый. Айырыуса, таранан-тура етештереү эшендә ҡатнашыусылар. Етәкселәр юғалып ҡалмаҫ, ә бына ябай эшселәргә нишләргә?
Мәләүез районында дүрт йөҙ самаһы кеше шәкәр заводы ябылыу менән эшһеҙ тороп ҡаласаҡ. Производствоны туҡтатыу сәбәбе һис тә генә насар эшләү, етештереү ҡеүәте кәмеү түгел, киреһенсә, артығын эшләгәндәр. Һөҙөмтәлә продукцияға хаҡ төшә һәм шәкәргә һорау ҙа кәмей. Ошондай хәлдә ҡалған заводтар илдә өсәү. Тула өлкәһе, Татарстан һәм беҙҙә. Әгәр хаҡтар тағы ла түбән тәгәрәһә, ябылған заводтар һаны артасаҡ ҡына. Был хәлдән сығыу өсөн етәкселек ниндәй саралар күрә һәм ябай эшселәрҙең татлы булмаған яҙмышы ни әҙерләгән? БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов белә.
Ябай халыҡтың яҙмышы Мәскәү олигархтарын бөтөнләй борсомай, күрәһең. Һәр хәлдә Мәләүездән Рафаэль Хажиев шундай фекергә килгән. Сөнки быйыл ғинуарҙа ул эшләгән шәкәр заводы билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем ябылған. Хеҙмәткәрҙәр әлегә өс айға ялға ебәрелгән. Әммә 17 апрелдән һуң уларҙың барыһының да урамда ҡалыуы ихтимал. Консервацияға ҡуйылыусылар исемлегендә тағы ла Нурлат һәм Товарковский заводтары ла бар.
Әлбиттә, был хәбәрҙе урындағы халыҡ бик ауыр кисергән. Сөнки төбәктә яҙмышы шәкәр заводы менән бәйле булыусылар байтаҡ. Уларҙың бер өлөшө проблеманың хәл ителеүен көтмәйенсә, яңы эш урындары эҙләүгә тотонған. Кемдер вахта ысулы менән себергә китһә, ҡайһы берәүҙәргә урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында вакансиялар тәҡдим ителгән.
Заводтың ябылыуы республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының кәмеүенә килтерәсәк. Былтыр Мәләүездәге предприятие эргә-тирәләге райондарҙың 30-ҙан ашыу хужалығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған. Барлығы 360 мең тоннаға яҡын татлы тамыр ҡабул иткән. Әммә ауыл эшсәндәре өсөн киләһе уңышты Раевка йәки Шишмә заводтарына ташыу ҙур финанс юғалтыуҙар килтерәсәк. Шуға ла хужалыҡ етәкселәре техник культура баҫыуҙарын кәметергә ниәтләй.
Белгестәр билдәләүенсә, 2016 йылдан Рәсәйҙә татлы ҡомдоң артығы менән етештерелеүе күҙәтелә. Халыҡтың ихтыяжы йылына 6 миллион тоннаға яҡын булыуын иҫәпкә алғанда, былтырғы уңыштан әле үк ике миллион тоннаға күберәк шәкәр сығарылған. Бындай осраҡта проблеманы экспорт ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. Тап шуның өсөн дә быйыл сит илдәргә оҙатыласаҡ продукция күләмен миллион тоннаға етекереү күҙаллана. Әммә шәкәр баҙарындағы тигеҙлекте көйләү өсөн был күрһәткесте кәмендә ике тапҡырға арттырырға кәрәк.
Ябай ҡулланыусылар өсөн шәкәрҙең күп булыуының ыңғай яғын да билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Сөнки һуңғы йылдарҙа продукцияға хаҡтың кәмеүе күҙәтелә. Шулай ҙа был аҙнала шәкәр ҡомо йәнә ҡиммәтләнә башлаған. Әйткәндәй, Өфөләге күмәртәләп һатыу баҙарҙарының береһендә бөгөн уның килограммын 26 һумдан алырға мөмкин. Йүнселдәр башлыса Башҡортостан шәкәр заводтары менән эшләй. Ә бына Мәләүездәге предприятие менән хеҙмәттәшлек бөтөнләй өҙөлөп ҡалған.
Рәсәй шәкәр етештереүселәр берлегенең идара рәйесе Андрей Бодин билдәләүенсә, киләһе ауыл хужалығы миҙгелендә дөйөм ҡеүәте 150 мең тоннанан ашып киткән заводтар эшләй алмаясаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан етәкселеге Мәләүездәге предприятиены һаҡлап ҡалырға ниәтләй. Әлегә ваҡытта ауыл хужалығы министрлығы заводты ҡуртымға йәки һатып алырға әҙер булған инвестор эҙләү менән мәшғүл.
И.Байбулатов.




