Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре шундай зауыҡлы , хатта күҙҙәр ҡамаша. Күҙҙәре ҡамашып хатта халҡыбыҙ хазинаһын үҙләштерергә теләүселәр ҙә күбәйҙе. Әйтерһең дә, ялтырауыҡтарға иҫе киткән һайыҫҡан. Сулпы, ҡашмау кеүек милли биҙәүестәрҙе бәғзеләр үҙҙәренең тарихы тип әйтергә лә тартынмай. Беҙ тарихты боҙоп күрһәтәләр тип шымсыларҙы ситтән эҙләйбеҙ, ә улар янда ғына. Ә үҙебеҙ бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. Әгәр үҙләштереп бөтһәләр, ниндәй биҙәктәр менән ҡаршы алырбыҙ ҡунаҡтарҙы? БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ милли биҙәүестәре, милли кейемдәре тураһында.
Һәр ҡайһыһының милли биҙәнеү әйберҙәренә, кейеменә ҡарап ниндәй ырыу вәкиле тураһында һүҙ йөрөргә мөмкин. Тамъян ырыуы ҡыҙы Зөләйха Ырыҫҡолованың селтәре мәҫәлән, уға өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы.
Кис ултырып Өфөлә йәшәүсе төрлө төбәк ҡатын-ҡыҙҙары сигеү сигеп кенә ҡалмай, милли биҙәүестәр ҙә яһай. Боронғолоҡтан тайпылмаҫҡа ла тырыша. Сөнки, һәр биҙәк-нағышта, хатта тәңкәләрҙең нисек урынлаштырылыуында ла тарих ята.
Һуңғы ун йыллыҡта башҡорттарҙа күтәрелгән миллилек, әлбиттә, башҡа халыҡтарҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Ул ғына ла түгел, үҙҙәренеке итеүҙәренән дә тартынмай. Ювелир әйберҙәренең Ҡазан оҫталары эшләгән тигән мәғлүмәт йәшәй халыҡта. Ләкин, был һүҙ урындағы халыҡ эшләгән тигәнде аңлатмай.
Башҡортостандың Милли музейында ғына башҡорт милли биҙәүестәр һаны ике меңләп иҫәпләнә. Ә Раил Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейында һаҡал, селтәр, яға кеүек әйберҙәрҙең тиҫтәләрсә төрөн тап итергә мөмкин.
Заманында башҡорт ерлегендә тимерселек эше тыйылған осорҙа ла, аҫаба халыҡ төҫлө металл етештереүҙән, уны эшкәртеүҙән ситләшмәй. Эшләгән әйберҙәрен төрлө төбәктәргә алып барып һатыр булған.
Ышанмаҫлыҡ та. Сөнки, милли биҙәүестәрҙәге талир тәңкәләр, көмбәҙҙәр ҙә ерле халыҡтың тарихын бәйән итә.
Әлбиттә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күп кенә өлгөләрен беҙ белмәйбеҙ ҙә тиерлек. Улар тормошта булмаһа ла, тарихи фото-видеоларға инеп алған.
Хәбәрсе. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт милли биҙәнеү әйберҙәре үҙ асылын юғалмаған тип әйтергә мөмкин. Затлы кейемдәр ярҙамында колхоз трактор булған, һуғыш осоронда танк-самолеттар эшләнеп Бөйөк Еңеү яҡынайтылған. Шуға ла, көнбайыштан иҫкән бер ел дә селтәрҙе туҙҙыра алмаҫ. Сөнки, тарихы ныҡ. Саф көмөштән ҡойолған...
Азат Ғәлиуллин.




