Марганец артыҡ булһа, зарары күп. Был ауыр металл ризыҡта, һыуҙа бар һәм ул кеше өсөн үтә лә мөһим микроэлемент. Ул организм үҫеше, енси биҙҙәр эшмәкәрлеге һәм ҡан барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ә бына күп булһа Марганизм сире барлыҡҡа килә. Ағыуланыуҙың тәүге стадияһы – кешенең реакцияһы тупаҫлана, ҡуҙғып барыусан.
Иглин районының Төлкөтамаҡ ауылы халҡы әле беренсе стадияла күрәһең. Үтә ныҡ ҡуҙғып беҙгә мөрәжәғәт иттеләр. Үҙҙәре иһә ауырыуҙың һуңғы стадияһындабыҙ, тип иҫбатлай. Сәләмәтлек ҡаҡшаған, ҡош-ҡорт ҡырыла, тип тә әйтәләр. Һәр хәлдә түҙемлектең һуңғы стадияһы . Барыһына ла эргәлә генә урынлашҡан марганец карьеры сәбәпсе. Ысынлап та шулай киҫкенме хәл,әллә марганизм ғынамы? Гүзәл Ситдиҡова Башҡортостан менән Силәбе сигенә барҙы.




