Беренсе турға һайлап алынған яңы бейеү постановакаларын төшөрөү, бейеүҙәрҙе баһалау нескәлектәрен БСТ каналының ижади төркөмө лә өйрәнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Шәрҙәле» ансамбле өсөнхореограф Нәсимә Ямалиева ҡуйғанбейеү «Ямғыр саҡырыу» тип атала. Композиция ауыл ерендә тыуып-үҫкәндәргә яҡшы таныш. Ҡыш көнө лә туңмаған Шәрҙәле йылғаһы исемен алған ижади коллективы өсөн был конкурсҡа эләгеү үҙебер мәртәбә.
Яңы миҙгелдә «Байыҡтың» жюри составы ла үҙгәргән. Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеү аҡһаҡалы Радмир Бәҙретдинов рәйеслек итәсәк жюри составына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина һәмхалыҡ-ара конкурстар лауреаты Илмир Ҡоҙабаевта ингән.
Гала-концертта сығыш яһаясаҡ коллективтарҙы һәмбейеүселәрҙе тамашасы интерактив тауыш биреү юлы менән һайлаясаҡ. Телевизион бейеү конкурсы еңеүселәренә һәрйылдағыса үҙенсәлеклебүләктәр әҙерләнә.
«Байыҡ» телевизион форматта 14 марттан эфирғасыға. Былтыр фольклор коллективтары күберәк ҡатнашһа, быйылғыһында йәш бейеүселәр әүҙем. Утыҙҙан ашыу коллектив заявка биргән. Улар араһында Магниторгорск ҡалаһынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләревәкилдәре бар. Уларҙың йөрәге сәм менән яна. Һәркемеһе «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡатнашып, еңеү яуларға ынтыла.
Рәйлә Күсемханова.




