Октябрьский ҡалаһының «Весна» торлаҡ комплексындағы 18-се һәм 19-сы йорттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Был туралағы ҡарар бөгөн Республика йортонда Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә раҫланды. Проблемалағы йорттарҙан фатир алған өлөшсөләр 2017 йыл аҙағында йорт туйларға тейеш ине. Әммә төҙөлөш ойошмаһы вәкәләттәрен еренә еткереп башҡармау сәбәпле эш һаманға тиклем һуҙылып килден.

Мәсьәләне 5 март Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы шәхси контроленә алды. Бөгөнгө кәңәшмәлә билдәләнеүенсә ике йортто төҙөп бөтөрөүгә 140 миллион һум аҡса талап ителә. Бынан тыш, балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү өсөн сығымдар талап ителә.

Радий Хәбиров төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәренә эшмәкәрлектәрен һөҙөмтәләштереү бурысы ҡуйҙы. Республика биҫтәлә социаль объекттар күтәреү һәм инфраструктураны камиллаштырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер. Өлөшсөләр вәкилдәре фатирҙарға биҙәкләү эштәре яртылаш башҡарылған килеш тә асҡыстарын алыуҙа риза булыуҙарын белдерҙе.

Был объектҡа киткән сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Раҫланған план буйынса йорттарҙың береһен 2020 йылдың аҙағында, икенсеһен 2021 йылдың мартында сафҡа индереү ҡарала.

Фото №1 - Октябрьский ҡалаһының «Весна» торлаҡ комплексындағы 18-се һәм 19-сы йорттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ