Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙ матди ярҙамға мохтаж

Баҡалы районынан 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов эш урынында бәләгә тарый. Һигеҙ метр бейеклектән ҡолап төшкән ирҙең һул ҡулына ампутация эшләнә. Бөгөн уң аяғына ҡатмарлы операция яһалған.

Таз һөйәгенә лә әмәлиәт көтөлә. Рәмил Инсафетдиновты дауаханала ҡатыны менән әсәһе ҡарай. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ғаиләнең биш балаһы ҡалған, уларҙың дүртәүһе ваҡытлыса социаль приютҡа урынлаштырылған. Мөмкинлектәре сикләнгән бер баланы өләсәһе ҡарауға алған.

Ғаилә матди ярҙамға мохтаж. Әлегә ирҙе Башҡортостан медицина учреждениеһына күсереү мөмкин түгел. Инсафетдиновтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр экрандағы иҫәп буйынса аҡса күсерә ала. Билдәле булыуынса, киҫкен хәлде һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте контролгә алған.

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ ИҪӘБЕ:

2200 2200 51827 9920

ТЕЛЕФОН ҺАНДАРЫ БУЙЫНСА:

89273093484 (Алена Инсафетдинова)

Фото №1 - Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙ матди ярҙамға мохтаж

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ