Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Быйыл яҙғы ташҡын иртәрәк булыуы көтөлә. Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә оло һыуға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл йылға-күлдәрҙә айырым урындарҙа һыу запасы норманан күберәк, шуға үҙәндәрҙә түбән урындарҙы һыу баҫыуыу ихтимал. Башгидромет етәксеһе Вилора Горохольская ошо турала белдерҙе.

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек саралары күрелә. Махсус комиссиялар төҙөлгән.

Фото №1 - Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Республикала 17 районда боҙ тығылыуы ихтимал. Шуға был урындар айырым иғтибарға алынған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Марат Латыпов ташҡын ваҡытында халыҡты эвакуациялау өсөн урындар һәм техника әҙер тип белдерҙе.

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Ултырышта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров республикала һыу ятҡылыҡтары торошо менән таныштырҙы. Әле райондарҙа 61 быуа хужаһыҙ ҡала, 42 гидротехник ҡоролма торошон комиссия өҫтәмә тикшерергә тейеш. 

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ