Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Республикала 500-гә яҡын гидротехник ҡоролма иҫәпләнә. Ташҡын ваҡытында һыуһаҡлағыстарҙа авария ихтималлығы ла арта. 130-ҙан ашыу ҡоролма хәүефле тип иҫәпләнә.
Улар араһында Йомағужа, Павловка, Нөгөш һәм Ҡарман һыуһаҡлағысы бар. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров.
Район һәм ҡалаларҙа ла ташҡынға әҙерлек саралары күрелә. Халыҡты эвакуациялау өсөн урындар әҙерләнгән. Белгестәр әйтеүенсә, 20-гә яҡын төбәктә йылғаларҙа боҙ тығылыу күҙәтелеүе ихтимал.
#Ташҡын2020 #Паводок2020





