Башҡортостанда Таҙалыҡ көнө барлыҡҡа киләсәк

Указға Республика башлығы бөгөн ҡул ҡуйған. Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан башлығы шулай уҡ республика шифаханаларының ябай халыҡ ял итерлек, сәләмәтлеген нығытырлыҡ булырға тейешлеген билдәләне. Әле иһә юлламаларҙың хаҡы үтә юғары. Оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе лә күтәрелде. Көн темалары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡотҡарыусыларҙың техника паркында ғәҙәти булмаған йәнлелек, ҡышҡа һүндерелеп ҡуйылған һыу транспортының торошо тикшерелә, юлһыҙ ерҙәрҙән үтә алырлыҡ ҡеүәтле машиналар әҙерлек һыҙығына ҡуйыла. Ҡоролма-жилеттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, бәләкәй генә етешһеҙлектәргә лә күҙ йоморға ярамай. Ташҡындың көтмәгәндә килеүе ихтимал, ә ҡаза мәлендә һәр минут ҡәҙерле. Транспорт саралары ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кәрәкле барлыҡ ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Был автомобилдә  һыу баҫыу мәлендә кәрәк булған бөтә әйберҙәр бар, хатта бикле ҡалғандарҙы ҡотҡарыу өсөн ҙур тимер бысҡылар, ут һүндереү ҡоролмалары. Ә иң мөһиме һыу үткәрмәй торған костюм, уны кейеп ташыҡнға инергә, кешеләрҙе эвакуацияларға мөмкин.

Игорь Мясников, ҡотҡарыусы

Башҡортостанда яҙғы ташыҡынға әҙерлек өсөн 6 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Аҡсаның төп  өлөшө Ағиҙел йылғаһы бассейнында боҙҙоң ҡалынлығын билдәләү өсөн авиасьемкаларға, маршрутты билдәләүгә, хужаһыҙ гидротехник ҡоролмаларҙы тәртипкә килтереүгә тотонола. 

Белгестәр фекеренсә, быйыл боҙ ҡатламы йоҡа, йылғаларҙың боҙҙан иртәрәк асылыуы көтөлә. бигерәк тә ялан зонаһындағы йылғалар ҙа һыуҙың иртә күтәрелеүе бар. Әле иһә аҙна аҙағына көндәрҙең һалҡынайтыуы күҙаллана, әммә оҙаҡҡа түгел.

Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә яҙғы ташҡынға әҙерлекте иғтибар үҙәгендә тоторға ҡушты. Сөнки көтөлмәгән, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, республикала боҙ тығылыу хәүефе янаған 31 участка иҫәпләнә, әле ете шартлатыу командаһы тупланған, улар йылға-күлдәрҙәге хәлде даими күҙәтеп тора.

Башҡортостанда шифахана-курорт ойошмалары үҫеше буйынса эшсе төркөм дә булдырыла. Уны Республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкләйәсәк.

Башҡортостан башлығының бөгөнгө указына ярашлы, таҙалыҡ көнө лә үткәрелә башлай. Республикала был тәжрибә күптән бар, мәҫәлән, Учалы, Әлшәй райондарында аҙнаның бер көнөндә өмә ойошторола, урам, ихаталарҙы таҙартыуға, тәртипкә килтереүгә предприятие-учреждение вәкилдәре лә, ерле халыҡ та йәлеп ителә. Хәҙер Таҙалыҡ көнө республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә лә үткәрелә башлай. Старт 18 мартта бирелә.

Фото №1 - Башҡортостанда Таҙалыҡ көнө барлыҡҡа киләсәк

Р. Кәримова.

Волна
Акции БСТ