Радий Хәбиров Нефтеюганск ҡалаһында 8 метр бейеклектән ҡолап төшкән яҡташыбыҙға ярҙам күрһәтергә ҡушты

Радий Хәбиров мөмкинлек килеп сыҡҡас та, уны Башҡортостан медицина учреждениеһына күсерергә ҡушты. Билдәле булыуынса, ирҙең һул ҡулына ампутация, уң аяғына ҡатмарлы операция яһалған. Таз һөйәгенә лә әмәлиәт көтөлә.

Баҡалы районынан 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов тәүге тапҡыр вахта буйынса эшкә барған, йорт төҙөлөшөн тамамлауға аҡса кәрәк була. Әлегә ауыр тән йәрәхәттәре алған ирҙе дауаханала ҡатыны менән әсәһе ҡарай. Башҡортостанда ғаиләнең биш балаһы ҡалған, уларҙың дүртәүһе ваҡытлыса социаль приютҡа урынлаштырылған. Мөмкинлектәре сикләнгән бер баланы яҡын туғандары ҡарауға алған. Билдәле булыуынса, Рәмил Инсафетдиновтың хәле яҡшыра бара.

Ғаилә матди ярҙамға мохтаж. Инсафетдиновтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр экрандағы иҫәп буйынса аҡса күсерә ала. Билдәле булыуынса, киҫкен хәлде һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте контролгә алған.

Һаҡлыҡ банкы иҫәбе:

2202 2005 1827 9920

Телефон һандары буйынса:

89273093484 (Алена Инсафетдинова)

Фото №1 - Радий Хәбиров Нефтеюганск ҡалаһында 8 метр бейеклектән ҡолап төшкән яҡташыбыҙға ярҙам күрһәтергә ҡушты

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ