Тағы ла ике кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Осраҡ Дүртөйлө – Нефтекама автомобиль юлының 61-се километрында теркәлгән.
Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, юл участкаһында бензин ташыусы «КамАз» машинаһы, «Форд Фокус» һәм «Шкода Октавиа» автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә «Форд»та ултырыусы ике кеше һәләк булған. Шулай уҡ ике кешенең зыян күреүе билдәле.
Ә Учалы районында инспекторҙар йөк машинаһы менән тепловоздың берелешеү сәбәптәрен асыҡлай. Видеотеркәү ҡоролмаһындағы яҙманан күренеүенсә, ағас тейәгән йөк машинаһы тимер юлы аша ҡыҙыл утҡа сығып китә һәм тепловозға бәрелә. Аварияла водитель зыян күрмәгән.
Гөлдәриә Йосопова.




