Башҡортостанда оло һыуға әҙерләнәләр

Башҡортостанда оло һыуға әҙерләнәләр

Быйыл яҙғы ташҡын 8-10 көнгә иртәрәк башланыуы ихтимал. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикаға яҙ килде.

Фото №1 - Башҡортостанда оло һыуға әҙерләнәләр

Һауа температураһы көндөҙ +6, +7 градусҡаса күтәрелә. Ошондай шарттарҙа йылға-күлдәрҙә боҙ иртәрәк әрселеүе көтөлә. “Йылғала һыу кимәлен көнөнә ике тапҡыр тикшереп торабыҙ”, - ти Өфө гидрология станцияһы етәксеһе Гөлназ Йәмилева.

Башҡортостанда оло һыуға әҙерләнәләр

Әле яҙғы ташҡындың ниндәй булырын алдан күҙаллап булмай. Шулай ҙа яр буйында йәшәүселәргә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға кәңәш ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ