Баш ҡаланың Орджоникидзе судында Өфө дәүләт нефть-техник университеты уҡытыусыларына ғәйепләү ҡарары сығарылды. Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, кафедра доценты курс эштәре һәм имтихан ҡабул итеү өсөн студенттарҙан аҡса таптырған. Ришүәт суммаһы 15 мең һумдан 30 меңгәсә еткән.
Йәмғеһе 88 студенттан 1 миллион 200 мең һум йыйып алған. Икенсе уҡытыусы аралашсы булараҡ студенттарҙан аҡса йыйған осраҡта тотолған. Ришүәтсе педагогтар шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән һәм уларға уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнеү тыйылған.





