Башҡортостанда шәхси эшҡыуарлыҡ объекттары кәмеүгә ҡарамаҫтан, яңы асылған предприятиелар һаны арта. Тотош илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ кәмегән ваҡытта был күрһәткес өмөт уята, ләкин етди ярҙам күрһәтмәйенсә тармаҡты алға алып барыу мөмкин түгел тине Радий Хәбиров. Эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре бөгөн Стәрлетамаҡта үткән «Бизнес-шериф. Перезагрузка» тип аталған форумда өйрәнелде.
Сермән ауылындағы элекке буш бинала бер минутҡа ла эш тынмай. Тәүге бүлмәлә иретеп-йәбештереү, икенсеһендә буяу, ә өсөнсө урында ҡорау эштәре. Эшҡыуар өйҙә һәм асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн 500-ҙән ашыу спорт инвентаре етештерә.Предприятиеның асылыуын урындағы халыҡ ҙур шатлыҡ менән көтөп алған. Сөнки ауылда эш булмағас күп кенә ир-аттар ваҡытында ситкә йөрөп ғаиләләрен туйындырырға мәжбүр булған.
Тик камера һүндерелгәс кенә йүнсел эш ауырлыҡтарын, хакимиәт яғынан иғтибар етмәүен әйтеп һала. Киң тамашаға сығарһаң, был проблемаларҙың бермә-бер артыуы ихтимал. Хатта үтекте тоҡандырһаң да эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү тураһында һөйләйҙәр,әммә ысынбарлыҡта бөтөнләй кире күренеш. Йүнселдәргә тейешенсә иғтибар бирелмәй. Дәүләт яғынан етди ярҙам күрһәтмәй тороп алға китеш булмаясаҡ. Ә эшҡыуарҙарҙың бөтөнләй башҡа фекер. Ярҙам булмаһа булмаһын, тик ҡамасауламаһындар ғына, ти улар.
Йәғни, бизнес өлкәһенең етәкселеккә дәғүәләре байтаҡ. Тап шуның өсөн дә улар республика етәксеһе менән айырым осрашыу һораны. Түрәләрһеҙ... айырым ғына... административ эҙәрлекләүҙән ҡурҡмай асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн.
Ә бит Бизнес-шерифтарҙы тап эшҡыуарҙарҙы яҡлау өсөн тәғәйенләнеләр. Яҡлау ғына түгел, ә һәр үҙ эшен асырға теләгән йүнселде етәкләп алып бүләмәләр буйлап йөрөтөү, административ кәртәләрҙе бергә үтеү өсөн. Ә ысынында эш башларға теәләүселәр, хатта тәжрибәле бизнес акулалар ҙа яңы урынбаҫарҙарҙың кеҫә телефоны һандарын да белмәй.
Әле республикала 126 меңдән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары иҫәпләнә. Тотош илдә улар һаны кәмеүгә табан барһа ла, Башҡортостанда яңы асылған бизнес арта. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был күрһәткес республикала алып барылған эҙмә-эҙлекле эшкә бәйле. Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте», «Эшҡыуар сәғәте» форматында кәңәшмәләр уҙғарыла башланды, райондарҙа йүнселдәр эшмәкәрлеген көйләүсе урынбаҫарҙар барлыҡҡа килде. Ләкин эшҡыуарҙарҙың күбеһе дәүләт ярҙамы, гранттар, ташламалар тураһында ла белмәй.
Бизнес-шерифтар тап йүнселдәр эше менән генә шөғөлләнергә тейеш. Ҡайһы бер райондарҙағы шикелле социаль, иҡтисади йәки башҡа өлкәне лә бергә алып барырға хоҡуғы юҡ. Юҡһа, был вазифаларҙың һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Ә һөҙөмтә йыш ҡына тикшерелеп торасаҡ. Бындай йыйындарҙы хәҙер йылына 4 тапҡыр ойошторорға ҡарар ителде.
А.Кәбиров.





