Бөгөн Көйөргәҙе районында ике ҡатлы кирбес йортта янғын сыҡҡан

Бөгөн көндөҙ Көйөргәҙе районы Айсыуаҡ ауылының Совхоз урамындағы ике ҡатлы кирбес йортта янғын сыҡҡан.

Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә, торлаҡ йорттоң икенсе ҡаты ут эсендә ҡалған була. Янғын һүндергәндә бинала ике ҡатын менән бер ирҙең үле кәүҙәләре табылған. Осраҡ сәбәптәрен оператив-тәфтиш төркөмө асыҡлай.

Фото №1 - Бөгөн Көйөргәҙе районында ике ҡатлы кирбес йортта янғын сыҡҡан

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ