Ҡаза килгән йортта янғынды иҫкәртеүсе приборҙың булыу-булмауы әлегә билдәһеҙ

Шулай ҙа2024 йылға тиклем республика ҡаҙнаһы иҫәбенә бындай ҡоролмаларменән тәьмин ителгән ғаиләләрһаныике йөҙ меңгә етәсәк. Радий Хәбиров Указына ярашлы, хәҙер Бөйөк Ватан һуғышындаҡатнашҡанветерандарға, ете йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргәлә был техник ҡоролмабушлай таратыла башланы. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тауыш көслө, ут сыға ҡалһа, ҡоролманың сигналы урамға тиклем ишетеләсәк. Республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәте белгестәре тыл һәм хеҙмәт ветераны Татьяна Андрееваның йортона махсус датчик ҡуйҙы. Өлкән йәштәге ханым туғыҙынсы йыл яңғыҙы йәшәй, ағас йорттоң алғы яғында ҡыҙыл йондоҙ балҡый. Тормош иптәше фронт һыҙығын үткән, ҡатын ҡәҙерле кешеһенең фотоһүрәттере, миҙал-ордендарын ҡәҙерләп һаҡлай. Үҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфө районы Зубов ауылында фельшер булып эшләгән.

Иғтибар, ихтирам күрһәтеүҙәренә, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыуҙарына шатмын. Яңыраҡ 92 йәшемде тултырҙым, Еңеүҙең 75 йыллығын да түҙемһеҙләнеп көтәм.

Татьяна Андреева, Зубов ауылында йәшәүсе

Янғында кешеләр уттан түгел, башлыса төтөн, һөрөм еҫенән ағыуланып һәләк була. Шуға иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 2016 йылдан алып Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан улар аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә һәм ауыр социаль хәлдә ҡалыусыларға бушлай таратыла. Был исемлектә яңғыҙ йәшәгән илле биштән өлкәнерәк граждандар ҙа бар. Дүрт йыл эсендә датчиктар 363 кешене бәләнән аралаған.

Республика башлығы Указы менән янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар барлыҡ ветерандар йорттарына ла ҡуйыласаҡ. 9 майға тиклем был эште башҡарабыҙ,  бик мөһим социаль проект.

Фәиз Мәсәғүтов, Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәте әйҙәүсе инженеры

Өфө районы Зубов ауылы биләмәһендә бөгөн бер генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Леонид Лев 1943 йылда фронтҡа алынған, танк дивизияһында дошманға ҡаршы көрәш алып бара. Бөгөн 97 йәшен тултырған уҙамандың йортонда ла янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылды.

Йыл башынан республикала был ҡоролмаярҙамында һигеҙянғын осрағы иҫкәртелә. Һөҙөмтәлә26 кешенең, шул иҫәптән 13 баланың ғүмереҡотҡарыла. Датчикты махсус магазиндарҙа һатыпалырға мөмкин, уртаса хаҡы 250 һум.

Фото №1 - Ҡаза килгән йортта янғынды иҫкәртеүсе приборҙың булыу-булмауы әлегә билдәһеҙ
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ