Аксаков урамы, 48 адресы буйынса урынлашҡан баракта ут сығыуы тураһында хәбәр кисә киске сәғәт 8-се 10 минуттар тирәһендә килә. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу отряды килеп етеүгә түбәне ут ялмап алған була.
Тиҙҙән ул бинаның икенсе ҡатына ла күсә. Яҡынса өс сәғәттән ялҡын һүндерелә. Утҡа ҡаршы оҙаҡ көрәшеүҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте – ике ҡатлы бинаның майҙаны ҙур булыуы менән аңлатты. Әлеге ваҡытта белгестәр янғын сәбәбен асыҡлай. Әлегә ут төртөү версияһы ҡаралмай.




