Башҡортостанда ауыл ипотекаһын ала башланылар

Әле «Россельхозбанк»тан тиҫтәгә яҡын кеше ташламалы процент менән ипотека килешеүе төҙөгән. Ә ғариза биреүселәр меңгә яҡын. Программа эшләй башлағас та халыҡ банктарҙы штурмлай башлағайны ла, әммә әлегәсә финанс учреждениелар үҙәре үк уның нисек эшләгәнен дә белмәй булып сыҡты. Ниндәй йорттарға ипотека бирергә ярай, ҡайһы территориялар ҡатнаша ала, кемдәр дәғүә итә түбән проценттарға, күпме ваҡытҡа түбән ставкалар ғәмәлдә ҡала һәм башҡа бик һорауҙар уны тотҡарлай килде. Һәм ниһайәт, тәүге бәхетлеләр бар. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аныҡ миҫал ярҙамында ауыл ипотекаһы алыу үҙенсәлектәрен барлай.

Өфөлә йәшәүсе Гүзәл Ғафарова «Ауыл ипотекаһы» программаһы тураһында ишеткәс тә «Россельхозбанк»ка ғариза биргән. Тик ул ауыл хужалығы хеҙмәткәре түгел. Проектҡа ярашлы, ауылда йәшәргә теләүсе һәр кем программала ҡатнаша ала.

Ғафаровтар ғаиләһе менән банк араһында ипотека килешеүе республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлдө. Ғаилә Өфө районында төҙөлөүсе йорттан торлаҡ һатып ала. Май айында унда күсенергә иҫәп тоталар. Ипотека ставкаһы 2,7 %. тәшкил итә.

Республикала «Россельхозбанк»ка бер меңгә яҡын кешенән ғариза ҡабул ителгән, ун биш кешегә ыңғай яуап килгән. Исемлек Рәсәй ауыл хужалығы министрлығына ебәрелгән. Сөнки программала ҡатнашырға теләүселәрҙе улар раҫлай, илдең ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ставка субсидиялана. Программаға бүленгән федераль аҡса йыл һайын өҫтәлеп торасаҡ. 

Проектта халҡы 30 меңдән ашмаған урында йорт һатып алырға, йә төҙөп бөтөргә теләүселәр инә ала. «Россельхозбанк»тың Башҡортостан буйынса бөтә бүлексәләрендә лә ғаризалар ҡабул ителә.

Руслан Әбсәләмов, «Россельзхозбанк»тың Башҡортостандағы филиалы директоры урынбаҫары

Киләсәктә «Ауыл ипотекаһы» буйынса башҡа банктар ҙа эшләйәсәк. Аккредитацияны шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы үткән.

Программала ҡатнашыу өсөн ҡала түгел, район ере булырға тейеш.

Юғарыға, һауаға олғашҡан йорттарҙа йәшәүҙән туйып, йә юғары ставкалы ипотека алыуҙан шөрләп йөрөгәндәрҙең программа тураһында ишеткәс тә күңелендә өмөт уянды тиһәм яңылыш булмаҫ. Сөнки бығаса түбән процентлы ипотека илдә булғаны юҡ ине. Тик, исеменән үк күренгәненсә ул ауылдыҡы булырға тейеш.

Башҡорт дәүләт аграр университетын былтыр тамамлаған 65 студенттың өсәүһе генә ауыл хужалығына эшкә урынлашҡан. Был күрһәткес республикала 5 процент кимәлендә. Йәштәр ауылға ҡайтып мал ҡарауға ҡарағанда ҡалала шәхси клиникала эт- бесәй дауалауҙы өҫтөн күрә. Бындай тенденция башҡа белгестәргә лә ҡағыла. Ҡалаға күсеп китеп бөтөп барған ауылды нисек тергеҙергә, халыҡты нисек кире ҡайтарырға?

Ауыл ипотекаһы – бата башлаған агро өлкәгә һалам һуҙыу, урбанизацияға тәьҫир итеү өсөн булдырылған.

«2020-2025 йылдарҙа Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса ташламалы ипотека ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.

Проект буйынса ауылды тергеҙеү ҡарала. Ә ҡала янын түгел. Әлегә бирелгән ғаризалар күбеһенсә ҡала яны райондарында. Өҫтөнлөк ауылға ҡайтырға теләүселәр өсөн буласаҡ. Ауыл хужалығында эшләүселәргә йәшәргә урыны булһын өсөн.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Аҡса 25 йылға тиклем оҙайлыҡ менән, 3 миллион һумға саҡлы бирелә. Ставка ла ат хаҡы түгел. Рәсәй буйынса ул өс процент. Республика хөкүмәте уны хатта 0,1-гә еткерергә ҡарар итте. Шулай ҙа был тиклем ташлама тик ауыл хужалығында эшләүселәргә ҡаралған. Тимәк, күршеңдән бурысҡа алыу һымаҡ ҡына. Процентын дәүләт ҡаплай. Аҡсаға район ерендәге йорт, йә һалына башлаған йорт менән ер участкаһы, йә иһә  күп фатирлы йорттан торлаҡ алырға мөмкин.

Программала ҡатнашырға ғәҙәти ипотека өсөн тәғәйен документтар кәрәк. Банк уларҙы ҡабул иткәндән һуң Рәсәй ауыл хужалығы министрлығына ебәрә. Шул арҡала ғына ипотеканы раҫлау ваҡыты оҙайыуы ихтимал.

Проект биш йылға иҫәпләнгән, унан һуң процент ставкаһы күтәрелмәҫме тигән һорау күптәрҙә тыуғандыр. Килешеүҙә ҡаралған шарттар ипотека алыусы тарафынан үтәлмәгәндә, йә айырым осраҡта уның төп ставка кимәленә етеүе мөмкин. Тимәк, ни бары алған аҡсаны ваҡытында түләп барырға һәм уны маҡсатлы файҙаланырға кәрәк. 

Фото №1 - Башҡортостанда ауыл ипотекаһын ала башланылар
Башбат

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ