Быйылғы ҡыш коммуналь түләүҙәргә ыңғай йоғонто яһаған

Быйыл ҡыштың йылы килеүе нисек донъяуи иҡтисадҡа йоғонто яһай тиерһегеҙ? БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәбуллина аңлатыр.

Һөҙөмтәлә аҡса ла аҙ сарыф ителә. Быйыл Ибәтуллиндар хатта ҡышҡыһын да тәҙрәләрҙе йыш ҡына асыҡ тотҡан. Кирбес йорттоң майҙаны йөҙ квадрат метрҙан ашыу, уҙған йылдар менән сағыштырғанда, коммуналь түләүҙәргә байтаҡ ҡына экономия булған.

Көтөлмәгән ҡыш булды, ҡаҙанда яғыулыҡ күләмен көн дә кәметеп торҙоҡ, түләүҙәр кәмене, былтыр өс мең түләһәк, быйыл айын  2100 һум ғына.

Светлана Ибәтуллина, Зубов ауылында йәшәүсе

Коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялағы юғары хаҡтар ҙа ҡыштың ғәҙәттәгенән йылы килеүенә бәйле яңынан ҡарала. Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре бүлеү» предприятиеһы ғына граждандарға 11 миллион һум ҡайтарырға тейеш, яңынан иҫәпләүҙәр уҙғарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта уҙған миҙгел коммуналь хеҙмәткәрҙәргә көсөргәнешле режимда эшләргә тура килде. 

Ҡар көрәү урынына улар ямғыр канализацияларын таҙартты, юлдағы соҡорҙарҙы шыйыҡ асфальт менән ямарға мәжбүр булды. Төҙөлөш өлкәһенә килгәндә, ҡулай һауа температураһы күп ҡатлы йорттарҙы тиҙерәк күтәртергә, тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәрен башҡарырға булышлыҡ итә. Көндәр йылы булғанға, кран да эшһеҙ тормай.

Сатлама һыуыҡтарҙа бетонды йылытырға кәрәк бит инде, быйыл үтә һыуыҡтар булмағас, сығымдар аҙыраҡ булды. Глобаль йылыныу тип әйтәйек, йылына башлаһа төҙөлөш өлкәһендә ныҡ үҙгәрештәр буласаҡ. Йылытҡыстарҙың да бәлки тиҙҙән кәрәге теймәҫ.

Ғайсар Баязитов, төҙөлөш компанияһы етәксеһе

Һөҙөмтәлә торлаҡ төҙөлөшө башҡа йылдар менән сағыштырғанда, 30 процентҡа әүҙемләшкән. Ә бына ауыл хужалығына йылы ҡыш хәүеф тыуҙыра. Республикала ужым культураларының 62 проценты яҡшы хәлдә, өс проценты ғына зыян күргән. Әммә мартта һыуытыу ихтималлығы уңыш күләменә кире тәьҫир итеүе ихтимал.

Беҙҙә былтыр ҡар иреп бөткәндән һуң, һауа температураһы кинәт кенә түбәнәйҙе һәм ауыл хужалығында бик насар күренештәр булды – күп урындарҙа ужым ашлыҡтары юҡҡа сыҡты. Улар һәләк булдылар, быйыл да ошо күренеш ҡабатланыуы ихтимал.

Инбер Япаров, география фәндәре кандидаты
Башбат

Белгестәр уҙған ҡышты йылы бомба тип тә атай, үҫемлектәр өсөн климатик стресс. Төрлө ауырыуҙарың таралыуы, ҡоротҡостарҙың әүҙемләшеүе, тиҙ үрсеүе ихтимал.

Лилиә Нуретдинова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы матбуғат хеҙмәткәре

Республикала быйылғы фитосанитар торош былтырғы кеүек үк ҡатмарлы буласаҡ. Яҙғыһын, тәү сиратта, иген һәм ярауай культураларға зыян килтергән ер бөрсәләре, башҡа ҡротҡостар уянасаҡ, шул иҫәптән ҡара сиңерткә лә.

Сауҙа өлкәһе лә иҡтисади йәһәттән юғалтыуҙар кисерә. Ҡояш нурҙары аҫтында кемдең шәшке, ҡуян тунда йөрөгөһө килһен. Башлыса күн тун, пальто, курткалар һорау менән ҡулланыла.

Беҙҙең күн һәм тире тундар үҙәгендә ун мең төрҙән ашыу ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өҫ кейемдәре тәҡдим ителә. Ассортимент ҙур, шулай ҙа ҡыш йылы килеү сәбәпле һатыу ун процентҡа кәмене.

Алина Ғәзизова, һатыусы-консультант

Сатлама һыуыҡтарҙың булмауы аяҡ кейемдәре магазиндарына ла кире тәьҫир итә.

Башлыса яҙғы-көҙгө коллекцияға иғтибар юғары була. Һөҙөмтәлә хәҙер ҡалдыҡ булып ҡалған ҡышҡы тауар юғары ташлама менән тәҡдим ителә. Уның ҡарауы, сауҙа үҙәктәре ота ғына. Термометр бағанаһы юғарыға күтәрелгән һайын халыҡ та йышыраҡ шопинг ойоштора.

Көндәрҙең йылы булыуына бәйле тюбинг, саңғы, ғөмүмән ҡышҡы спорт кәрәк яраҡтарына ихтыяж кәмеһә ә туңдырма киреһенсә, яҡшы үтә. Рәсәйҙә уға сауҙаның һигеҙ процентка артыуы күҙәтелә.

Ҡыштың йылы килеүе саф һауала күберәк булыу, саңғыла йөрөү мөмкинлеген дә арттыра. Хәйер, һырғалаҡ хужалары ғына зыян күрә. Ҡояшлы көндәр боҙҙоң тиҙ иреүенә килтерә. Һөҙөмтәлә клиенттар ҙа, килем дә юғалды. Ниндәй генә техник прогресс, фән үҫеше булмаһын, иҡтисад күрһәткестәре һауа торошона бәйле.

Фото №1 - Быйылғы ҡыш коммуналь түләүҙәргә ыңғай йоғонто яһаған

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ