Хәҙер берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе үлтерергә ярамай, ә тотоп дауалап кире ебәрергә генә рөхсәт ителә. Әммә ысынбарлыҡта был ҡануниәт эшләмәй. Төбәктәр ниндәйҙер бер ҡытмырға 6 мең һум аҡса сығарып һалыуҙы кәрәк тип тапмай. Хужаһыҙ хайуандар өсөн приют эшләү ҙә ҙур сығымдар талап итә. Һөҙөмтәлә Черномырдин әйтмешләй, яҡшыраҡ булыуын теләгәйнек, әммә ғәҙәттәгесә килеп сыҡты. Эттәрҙе атыу тыйыла, тотоп бикләп ҡуйырға приют та юҡ. Ә улар закон менән яҡланғандарын белгәндәй ҡотора ғына. БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов ентекләберәк.
Таштуй ауылындағы был һарайҙа Мамай үткәнме ни? Бер төн эсендә Ғүмәровтар ике тиҫтәләп ваҡ малын юғалтҡан. Хужалар әйтеүенсә, һарыҡ-бәрәстәрҙе берәҙәк эттәр ҡырған. Был урындағы халыҡтың малына беренсе тапҡыр ғына һөжүм итеү түгел. Былтыр ҙа өйөрҙәргә берләшкән мәхлүктәр күптәрҙең мал-тыуарын, ҡош-ҡортон тамаҡлаған.
Ауыл халҡы берәҙәк эттәрҙең ишәйеүендә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәрҙе ғәйепләй. Сөнки улар йәйгелеккә үҙҙәре менән баҡсаға эттәрен дә килтерә. Әммә йыш ҡына йорт хайуандарын көҙ етеү менән аяныслы хәл көтә. Фатирҙа аҫырап булмағас, баҡсасылар уларҙы ташлап китә. Һөҙөмтәлә ҡарауһыҙ ҡалған эттәр үҙ көнөн үҙҙәре күрергә мәжбүр.
Килеп тыуған проблеманан ҡотолоу өсөн төбәктә йәшәүселәр ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамаған. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалырға уйламай. Быға тәү сиратта Рәсәйҙә ғәмәлгә ингән закон ҡамасаулай. Сөнки хәҙер эттәрҙе атыу ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса бөгөн Өфөлә генә 30 меңдән ашыу берәҙәк эт һәм бесәй иҫәпләнә. Йорт хайуандарының бер өлөшө Нижегордка биҫтәһендәге ташландыҡ биналарҙы төйәк иткән. Хужаһыҙ эттәрҙән ҡотолоу өсөн яҡын киләсәктә республиканың төрлө төбәктәрендә муниципаль-ара приюттар асыу ҡаралған. Бының өсөн Башҡортостан бюджетынан 120 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Эттәрҙе юҡ итеү – ҡанһыҙлыҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙың туҡтауһыҙ үрсеүенә лә юл ҡуйырға ярамай. Проблеманы хәл итеү өсөн белгестәр бар эттәрҙе лә идентификациялау, йәғни уларға мотлаҡ рәүештә электрон чип беркетергә кәңәш итә. Сөнки бөгөн Рәсәйҙә хайуандарҙың хужаларын эҙләү мәсьәләһе тейешенсә көйләнмәгән, власть органдары вәкәләттәре лә был мәсьәләне үҙаллы ғына хәл итә алмай.
Таштуй ауылына әйләнеп ҡайтҡанда, урындағы халыҡ берәҙәк эттәрҙең ҡапыл юҡ булыуы тураһында хәбәр итте. Хайуандарҙы юҡ иткәндәрме, әллә вольерға бикләгәндәрме, уныһын әлегә әйтеүе ҡыйын. Әммә был тыныслыҡ ваҡытлыса ғына булыуы ихтимал. Сөнки баҡсасылар миҙгеле башланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып килә....
И.Байбулатов.




