Юлламалар саманан тыш ҡиммәт, тине республика етәксеһе. Башҡортостанда шундуҡ халыҡтың ялын ойоштороу буйынса эшсе төркөм төҙөлдө. «Янғантау», «Ассы», Яҡтыкүл», «Красноусол», «Танып», «Ҡарағай». Хәҙер бит инде нисәмә йылдар эшләй шифаханалар, ә урындағы халыҡтың унда йөрөй алмауы бер кемде лә борсоманы. Һорау тыуа... Кемдәр өсөн эшләнде һуң ул шифаханалар? Кемдәр ял итте унда? Башҡортостан шифаханаларын барыһы ла йөрөй алырлыҡ хәлгә еткереү мөмкинме?
Гүзәл Ситдиҡова «Янғантау» курорты миҫалында һорауҙарға яуап эҙләне.




