Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәте башлығына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Өфөләге таҙалыҡ туранан-тура кешеләрҙең һаулығына бәйле, тине Башҡортостан етәксеһе.
Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыу дауам итә. Уҙған ял көндәрендә ҡаланан 35 мең кубометр ҡар сығарылған. Урам һәм тротуарҙарҙан тыш, йорт яны биләмәләре лә таҙартыла. Был эшкә көн һайын 100-ҙән ашыу техника йәлеп ителә. 20 мартта муниципалитеттар Таҙалыҡ көндәрен нисек уҙғарыуҙары тураһында отчет бирәсәк.





