Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Республика башлығы белдерҙе. Медицина учреждениеҙын тиҙ арала сафҡа индереү ихтыяжы тотош донъяға таралған мәкерле сир-короновирус менән бәйле. Әле Башҡортостанда теркәлгән осраҡтар юҡ, әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Радий Хәбиров. Профилактика маҡсатында республикала меңдән ашыу кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәреү ҙә тыйыла. Күрһәтмәнең төп пункттары һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Аҙыҡ-түлек запасы тупланған, хатта, балалар өсөн уйынсыҡтар, китаптар, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Нижегородка ауылында асылған обсерватор кешеләрҙе карантинға ҡабул итергә әҙер, йәғни сит илдән ҡайтыусылар ошо учреждениела тәғәйен ваҡытты үткәрә ала. Әммә әлегә ихтыяж булғаны юҡ. Оператив кәңәшмәлә Республика башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар теркәлмәгән. Шулай ҙа имеш-мимеш таратыусылар юҡ түгел, ялған хәбәргә ҡаршы көрәш ҡаты буласаҡ, тине Радий Хәбиров.
Шулай ҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу мотлаҡ. Республикала өс ай эсендә инфекция дауаханаһы төҙөү ҡарала. Бынан тыш, меңдән ашыу кеше ҡатнашлығындағы эшлекле, мәҙәни, спорт сараларын уҙғарыу тыйыла. Ошо хаҡтағы күрһәтмәгә бөгөн Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, сит илдәргә, Рәсәйҙең хәүефле төбәктәренә сәфәрҙәр, командировкалар сикләнә. Ә Ҡытай, Көньяҡ Корея, Италия, Иран, Франция, Германия, Испаниянан ҡайтыусылар ике аҙна буйы өйҙән сыҡмаҫҡа, тикшереү үтергә тейеш. Ә табиптар әҙерлеген, инструктаж алыуын дауам итә, өҫтәмә рәүештә медицина маскаларына заказ бирелгән.
Мәғариф учреждениеларның эшмәкәрлегенә килгәндә, мәктәптәр киләһе аҙнанан яҙғы каникулға китә. Әгәр ихтыяж тыуа икән каникулдар бер аҙнаға, хатта унан да оҙаҡҡараҡ оҙайтыласаҡ тине Радий Хәбиров. Әле иһә дистанцион уҡыуға күскән юғары уҡыу йорттары хаҡында мәғлүм.
Оператив кәңәшмәлә күтәрелгән тағы бер проблема Өфөнөң Аксаков урамындағы Бохартовскийҙар йорто менән бәйле. Мәҙнәи мираҫ тип һаналған боронғо йортта үткән шәмбе янғын сыҡҡайны. Уттан ҡыйыҡ һәм икенсе ҡат зыян күрә. Интернет селтәрендә йорт яндырылған тигән хәбәр таралды. Радий Хәбиров был фаразды ныҡлап тикшерергә ҡушты.
Хөкүмәт кәңәшмәһендә юлдарҙы ямау, эшҡыуарҙар өсөн ябайлаштырылған система буйынса һалымды кәметеү, райондарға табиптар тикшереүен йәнләндереү хаҡында барҙы. Өфө табиптары десанты быйыл республиканың барлыҡ төбәктәрен дә урап сығырға нитләй. Радий Хәбиров был эшкә Мулдашев үҙәген дә йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.
Р.Кәримова.





