Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Быйыл яҙғы ташҡын иртәрәк булыуы көтөлә. Йылға-күлдәрҙә айырым урындарҙа һыу запасы норманан күберәк, шуға үҙәндәрҙә түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек саралары күрелә. Махсус комиссиялар төҙөлгән, оператив хеҙмәттәр һәм ойошмалар күнекмәләр үткәрә һәм техникаһын барлай.

Фото №1 - Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Өфө ҡалаһы хакимиәте Гражданлыҡ оборонаһы идаралығынан Рәсим Абдуллин әҙерлек эштәре менән таныштыра.

Башҡортостан оло һыуға әҙерләнә

Республикала 500-гә яҡын быуа һәм күл иҫәпләнә. Әле райондарҙа 61 һыу ятҡылығы хужаһыҙ ҡала, 42 гидротехник ҡоролма торошон комиссия өҫтәмә тикшерергә тейеш.

#паводок

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ