Федан Ғафаров- “Йыл уҡытыусыһы”

Бөгөн Өфөлә "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурстарын ябыу тантанаһы үтте. Педагогик бәйгелә абсолют еңеүсе тип Өфө ҡалаһының 95-се мәктәбенән биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаров танылды.

Федан Ғафаров- “Йыл уҡытыусыһы”

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы-2020” бәйгеһендә 56 уҡытыусы һынау тотто. Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан 2-се лицейҙан Нәзилә Низамова еңеүсе тип иғлан ителде.

Федан Ғафаров- “Йыл уҡытыусыһы”

“Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсы хаҡында тулыраҡ репортажды 20 сәғәттә тәҡдим итербеҙ.