Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы – 2020» республика бәйгеһе финалы үтте

Уның сиктәрендә 25-се тапҡыр уҙғарылған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе лә билдәләнде. «Торатау» конгресс-холлына конкурс этаптарын уңышлы үткән уҡытыусылар, ветерандар йыйылды. Конкурсанттар араһында профессиональ көстәрен тәүге тапҡыр һынаусылар менән бер рәттә тәжрибәле педагогтар ҙа бар. Саранан БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ике йөҙҙән ашыу педагог район этаптарын уңышлы үтеп, республика кимәленә сыҡҡан. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ғәҙәттәгесә рус, башҡорт, татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында айырым бәйгеләр үтә. Нәзилә Низамова Үрге Ҡыйғы лицейында 25 йыл эшләй. Педагог «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында икенсе тапҡыр ҡатнашып еңеүсе тип табылды.

Башҡорт теле уҡытыусылары «Милли кейемде презентациялау» һынауынан тыш, «Дәрестән тыш сара», «Оҫталыҡ дәресе», «Асыҡ лекция», «Мәғариф проекты» кеүек педагогик оҫталыҡ талап иткән ижади конкурс этаптарын үткән. Шулай уҡ быйылғы бәйге Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән дә ҡатнашыусылар булыуы менән айырылып торҙо, ти ойошторусылар.

Бәйгенең төп маҡсаты булып һәләтле уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтеү һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу тора. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөнөң 95-се мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаров лайыҡ булды. Бынан тыш, Сухомлинский миҙалы, «Йәш уҡытыусы» һәм Интернет селтәрендә уҙғарылған «Тамашасы һөйөүе» номинацияларын алыусылар тәбрикләнде.

Быйылғы профессиональ конкурста ҡатнашырға теләүселәр үткән йылдарға ҡарағанда күберәк. Конкурсанттар билдәләүенсә, ярыш йәш уҡытыусыларға көс туплау сығанағы, ә тәжрибәле педагогтарға һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлау мөмкинлеге бирә.

Әлфинә Килдейәрова.