Башҡортостанда короновирус таралыуын иҫкәртеү маҡсатында юғары әҙерлек тәртибе индерелде

Башҡортостан башлығы 18 марттан республика биләмәһендә короновирус таралыуын иҫкәртеү маҡсатында юғары әҙерлек тәртибе индерелеүе тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив штаб ултырышында белдерҙе. Документ эпидемиологик хәлгә бәйле власть органдары эшмәкәрлеге һәм халыҡ йәшәйешен көйләүсе байтаҡ яңы талаптар индерелә. Мәҫәлән 250 кешенән күберәк халыҡ йыйылған бөтә саралар ҙа кисектерелә. Балаларҙың яҙғы каникулы 6-сы апрелгә тиклем оҙайтыла.

Башҡортостан башлығы бөгөн Өфө ҡалаһының 4-се һанлы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Радий Хәбиров халыҡты ҡабул итеү барышы, пациенттар өсөн махсус бокстар, анестезиология һәм реанимация бүлектәрен ҡараны. Вирус йоҡтороуҙа шиге булған пациенттар айырым тотола. Медицина хеҙмәткәрҙәре тейешле кейем, ҡоролма һәм дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Дауахана хеҙмәткәрҙәренә медицина университеты һәм башҡа йүнәлештәге табиптар ярҙамға килергә әҙер.

Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы корпусын 2020 йыл аҙағына сафға индереү күҙаллана. Башҡортостан белгестәре тиҙ төҙөлгән биналарҙы күтәреү буйынса Мәскәү өлкәһе төҙөүселәренең тәжрибәһен үҙләштерәсәк.Әлегә Башҡортостанда 116 кеше короновирусҡа тикшереү үткән әммә ауырыу раҫланмаған. Рәсәй көнсығыш һәм көнбайыштан хәүефле сир ҡыҫымында.

Беҙҙең ил эпидемия көслө булған ике ҡитға уртаһында ята – ул Көнсығыш һәм Европа. Әлеге ваҡытта сит ил беҙҙең өсөн сир сығанағы булып тора. Башҡортостанда коронавирус йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән. Беҙҙә халыҡ-ара аэропорт булыуын, ике федераль трасса үтеүен иҫәпкә алғанда, беҙгә һаҡланырға кәрәк. Был ғәҙәти хәл.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Юғары әҙерлек тәртибендә оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, ауырыуҙы асыҡлау өсөн сит илдәрҙән килеүселәргә тикшереү ойоштороу, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн оператив саралар күрелә. Документ нигеҙендә  шулай уҡ 250 кешенән күберәк халыҡ йыйылған эшлекле, мәҙәни, спорт саралары кисектерелә.

Мәктәптәрҙә яҙғы каникул 23 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итә. Балалар баҡсалары һәм социаль учреждениеларына килгәндә уларға ҡаты карантин тәртибе индерелә.

Балалар баҡсалары ябылмаясаҡ. Уларҙың ябылмауы – беҙҙең бурыстарҙың береһе. Мәктәптәргә килгәндә, каникулдарҙы 6 апрелгә ҡәҙәр оҙайтырға хәл иттек. Башланғыс класс уҡыусылары даими контролгә алына.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Башҡортостан башлығы республиканың мәғариф һәм фән министрлығына педагогия коллективтарын дистанцион белем биреүгә әҙер булырға, Университеттар, колледж һәм техникумдарға ла ошо уҡ ысулға күсеү тәҡдиме булды. Сит илдәрҙән ҡайтҡан ватандаштарыбыҙға иһә 14 көн дауамында эшкә сыҡмаҫҡа, йәмәғәт урындарынлда булыуҙан да тыйылып торорға кәрәк. Ауырыу күренештәре күҙәтелгән осраҡта мотлаҡ медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү талабы ҡуйыла. Өйҙә ҡалған көндәр өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә.

Вирус тажын сискәнсе республикала инфекция таралыуын кәметеү саралары күрелә. Был осорҙа сит илдәр һәм төбәктәргә сәфәр ҡылыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә. Бынан тыш, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы урап үтеү, мөмкинлек булған һайын ҡулды һабынлап йыуыу тәҡдим ителә. Короновирусҡа бәйле уйҙырма хәбәр, төрлө имеш-мимештәрҙе таратмау ҙа хәйерлерәк. Фейктар киң ҡатлам араһында нигеҙһеҙ борсолоуҙарға сәбәп була, был иһә йәмәғәт тыныслығын боҙоуға тиң.

Фото №1 - Башҡортостанда короновирус таралыуын иҫкәртеү маҡсатында юғары әҙерлек тәртибе индерелде
Волна
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ