Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар бер ханымға шылтыратып үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре булып таныштырған һәм бөтә ғаилә ағзаларының шәхси мәғлүмәттәрен һорап алған. Һуңынан аферистар алдаған кешеләр исеменә кредит карталары юллап алған.
Ваҡыт үткәс, ғаилә ағзаларына кредит түләү кәрәклеге буйынса хәбәрҙәр килә башлаған. Полицияға мөрәжәғәт иткәндән һуң, мутлашыу статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған.





