Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй

Уға 56 йәш тулды. Радий Хәбиров Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Ул 2018 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

2019 йылдың 8 сентябрендә күпселек тауыш менән Башҡортостан Башлығы итеп һайланды. Тыуған көнөндә Радий Хәбировҡа бүләк бирергә теләүселәр ҙә бар. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләнеүенсә, Башҡортостан башлығының тыуған көнөнә иң ҙур бүләк «Иман» хосписы иҫәбенә күсерелгән аҡса.

Күләме мөһим түгел, квитанцияларығыҙҙы тыуған көнөн билдәләүсегә күрһәтергә һүҙ бирәм тигән Ростислав Мырҙағолов. «Иман» хосписының «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Газпромбанк»тағы реквизиттарын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тыуған көнөн билдәләй

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ