Был сара тотош Ер шарын ялмап алған коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында индерелде. Талаптар ярайһы уҡ ҡаты. Мәҫәлән, 250-нән дә артыҡ кеше йыйылған мәҙәни, спорт һәм башҡа саралар үткәрергә ярамай. Мәктәптәрҙә каникулдар тағы бер аҙнаға һуҙылды. Сит илдәрҙән ҡайтҡан һәр кем 14 көнгә йортонда ҡалырға тейеш, әгәр шик тыуа икән, табиптарға күренеү мотлаҡ. Юғары һәм һөнәри уҡыу йорттары ситтән тороп уҡыуға күсте. Был иһә күҙгә күренгән саралар, ысынында юғары әҙерлек режимы бик күп сикләүҙәр индерә.
Әлбиттә, халыҡ ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисерә, шулай ҙа был сикләүҙәрҙең тап беҙҙе хәстәрләп индерелгәнен аңларға тейешбеҙ. Әгәр иҫкәртеү саралары күрелмәһә, хәлдең Европалағы кеүек үтә лә киҫкен булыуы ихтимал. Италияла, мәҫәлән, коронавирус көндән-көн күберәк ғүмерҙәр алып китә. Быны белгестәр ундағы медицинаның хәҙерге заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәүе, дауалау урындары етешмәүе менән аңлата. Ә бына ҡытайҙар ҡәтғи административ ресурстар ҡулланып инфекция таралыуҙы сикләүгә өлгәште. Әле вирус сығанағы-Ухань ҡалаһында зарарланыусылар юҡ. Ә тәжрибә туплаған табиптар Италияға ярҙамға ебәрелде. Шуға күрә беҙҙә лә бер аҙна эсендә дауаханалар төҙөй алмауыбыҙҙы иҫәпкә алып, ә иң мөһиме барыһы ла бер юлы сирләп медицина учреждениеларына ҡытлыҡ булмаһын өсөн профилактикаға иғтибарҙы көсәйтеү һөҙөмтәлерәк. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина юғары әҙерлек режимында күрелгән саралар тураһында.
Медицина битлеге хәҙер тотош Ер шарындағы иң үтемле тауар. Һаҡланыу сараһының баһаһы хатта долларҙы ла уҙҙырып ебәрҙе. Өфө дарыуханаларында ул бөтөнләй юҡ тиерлек. Булған осраҡта ла бөртөкләп кенә һатыла. Бер кешегә бишәүҙән артыҡ бирелмәй. Алыпһатарҙарға ҡаршы эшләнгән мәжбүри сара.
Һуңғылары ошо көндәрҙә Дәүләт дарыуханалары кәштәләренә ҡуйыла башланы. Был битлектәр Өфөлә етештерелә.
Милли кейемдәр, һауыт-һаба, сувенирҙар етештергән «Ағиҙел» предприятиеһы өсөн яңы йүнәлеш. Дәүләт стандарттары буйынса мамыҡтан битлектәр тегелә. Тәүлегенә өс меңдән ашыу медицина изделиеһы етештерелә.
Битлекте күп тапҡыр ҡулланырға була. Файҙаланғандан һуң уны ни бары йылы һыуҙа һабынлап йыуып, киптерергә һәм үтекләргә генә кәрәк.
Ҡағиҙәгә ярашлы, стерилһеҙ гигиена изделиеһын ике сәғәт һайын алмаштырып торорға кәрәк. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күп тапҡыр ҡуллана торған битлектәрҙе тағы ла ун бер предприятие етештерә башларға әҙер. Тәүмаҡсат халыҡ ихтыяжын тәьмин итеү. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ғалимдары коронавирустың гендар йыйылмаһын тулыһынса асыҡлауын белдерҙе. Был ауырыуҙы дауалау өсөн вакциналар һәм вирусҡа ҡаршы препараттар етештерергә ярҙам итәсәк. Әлегә Башҡортостанда сирҙе асыҡлау менән гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре генә шөғөлләнә. Ауырыу билдәләре булғанда, пациенттан ике анализ алына.
Тиҙҙән был эшкә республиканың ете медицина учреждениеһы лабораторияһы ла ҡушыласаҡ. Шуға коронавирусҡа тикшеренеүҙәр ойоштороу буйынса махсус уҡыуҙар ойошторола башланы. Диагностика өлкәһендә эшләүселәр ауыр киҫкен респиратор инфекцияһын дөрөҫ билдәләргә өйрәнә.
Алты лабораторияһы Өфөләойошторола, береһе Нефтекама ҡалаһында. Уларҙа тик һаукешеләр тикшереләсәк, йәки сирле менән бәйләнештә булғандар, йәки пневмания менән ауырығандарҙың анализ өлгөләретикшереләсәк.
Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу, яңы корпус төҙөү бурысы ла ҡуйылған. Уны йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү күҙаллана. Башҡортостан белгестәре тиҙ төҙөлгән биналарҙы күтәреү буйынса Мәскәү өлкәһе төҙөүселәренең тәжрибәһен үҙләштерәсәк. Был турала Радий Хәбиров медицина учреждениеһы табиптары менән осрашыуында билдәләне.
Медицина персоналы – республикала йәшәүселәрҙең һаулығы һағында алғы һыҙыҡта. Бар көс улар иңенә төшә. Әлегә Башҡортостанда хәл тотороҡло. Әммә коронавирус инфекцияһы сиктәш төбәктәрҙә асыҡланыуы билдәле, шуға профилактик сараларҙы ваҡытында үтәү мотлаҡ. Декабрҙән алып донъяла коронавирус инфекцияһы 280 меңдән ашыу кешелә асыҡланған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, һәләк булыусылар иҫәбе буйынса Италия Ҡытайҙы үткән.
Республикала коронавирус таралыуын иҫкәртеү маҡсатында юғары әҙерлек тәртибе индеререлде. Документ буйынса эпидемиологик хәлгә бәйле власть органдары эшмәкәрлеге һәм халыҡ йәшәйешен көйләүсе байтаҡ яңы талаптар индерелә. Мәҫәлән, 250 кешенән күберәк халыҡ йыйылған бөтә саралар кисектерелә. Уҡыусыларҙың яҙғы каникулы 6 апрелгә тиклем оҙайтыла.
Аудиториялар буш. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсте. Студенттар хәҙер өйҙәнтороп белем ала.
Уҡытыусылар электрон мәғлүмәт-мәғариф системаһы менән яҡшы таныш. Лекция, практик дәрестәр расписание буйынса уҙғарыла. Билдәле булыуынса, Өфөләге студенттар район-ҡалаларға ҡайтарыла. Ә бына йәшәү урыны буйынса интернетҡа инеү мөмкинлеге булмағандар, етем балалар башҡа төбәктәрҙән, сит илдәрҙән килеп белем алыусылар менән бергә ятаҡта ҡала, улар өсөн вуздар компьютер кластарын бүлгән. Программаға инеү өсөн һәр студенттың логин-паролдәре бар. Система һәр кемдең уҡыу процессында ҡатнашыу-ҡатнашмауын теркәй.
Предприятиелар ҙа хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтә. Һауаны таҙартыусы ҡорамалдар ҡуйыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеге күҙәтеүгә алына.
Өфөнөң барлыҡ йәмәғәт транспорты дезинфекция үтә. Был сара респиратор инфекцияһынан тыш эсәк һәм тире ауырыуҙары вирустарын да юҡ итә. Техниканы эшкәртеүҙә «Хлорамин Б» химик матдәһе ҡулланыла. Билдәле булыуынса, кондуктор һәм водителдәр тейешле инструкция үткән, битлектәр менән йыһазландырылған.
Сауҙа селтәрҙәрендә лә вирустан һаҡланыу саралары күрелә. Ҡайһы берҙәрендә диспенсерҙар урынлаштыра. Улар ҡулдарҙы бактерияларҙан таҙартыу өсөн ҡулланыла. Кәштәләр даими йыйыштырыла, иҙәндәр йыуыла. Көнөнә кәмендә биш тапҡыр дезинфекциялаусы ҡатнашма менән туҙан һөртөлә.
Ҡулаҡсаның вирус сығанағы булыуы ихтимал. Шуға касса хеҙмәткәрҙәре лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырыша
Ул арала Ҡытайҙа коронавирус артҡа сигенеүе билдәле. Һауығыусылар проценты юғары. Быға, тәү сиратта, ваҡытлыса госпиталдәр төҙөп, республика кимәлендә карантин, ҡәтғи административ саралар күреү булышлыҡ иткән. Шуға Башҡортостан табиптары ла халыҡты үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға саҡыра.»Беҙ һеҙҙе ҡайғыртып дауаханала дежур итәбеҙ, ә һеҙ беҙҙең өсөн өйҙә ултырығыҙ» тигән яҙыуҙар менән фотоға төшөп улар донъя кимәлендә ойошторолған флешмобҡа ҡушылды.
Гөлназ Хәйбуллина.




