«Кемгә кәрәк һуң ҡарабойҙай менән бәҙрәф ҡағыҙы?» Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ

Һәр хәлдә, рәсми теркәлгәне. Йәғни, паникаға бирелергә сәбәп юҡ. Хәйер, миңә ҡалһа, властар ҙа кәрәкмәгәндә, ығы-зығы тыуҙырырға ғына тора. Халыҡтың нервылары керештәй тартылған мәлдә, йәнде өшөткөс сиреналар ҡабыҙыу, рәсми вәкилдәрҙең аҙыҡ-түлеккә ихтыяж артыуы ихтимал тип һүҙ һөйләүе хәлде киҫкенләштерә генә. Беҙҙең кешеләр бит инде былай ҙа ғауғаға бирелергә генә тора.

Күргәнһегеҙҙер, бит урамдарҙа ниндәй мәхшәр булғанын был аҙнала? Халыҡ баҙар, сауҙа селтәрҙәрен мамай үткәндәй бушатып сыҡты. Айырыуса ҡарабойҙай менән бәҙрәф ҡағыҙына көс төштө. Иптәштәр, туҡтағыҙ коронавирус арттан һөжүм итмәй, ә ауыҙ, күҙ аша үтеп инә, ә ҡарабойҙай уға ҡаршы тора алмай, тип ҡысҡырғы килде. Ысынлап та, көлкө күренеш. Нишләп барлыҡҡа килде бындай ығы-зығы? Аңлашыла, бәләкәй генә Европа илдәре һәр береһе төрлө продукция етештергән кооперативты хәтерләтә. Улар бер -береһенә сиктәрен яба башлаһа, әлбиттә, ниндәйҙер тауарға ихтыяж артыуы ихтимал. Ә беҙҙҙең ил бит ҙур һәм күп аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙә етештерелә. Һәр хәлдә, ҡара бойҙай менән туалет ҡағыҙы. Әйткәндәй, улар келәттәрҙә тулып ята. БСТ каналының хәбәрселәре барып үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улайһа кемдәр утҡа май һибә? Кемдәр ота халыҡ араһында ғауға ҡуптарып? БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева фейк һәм хаҡ яңылыҡтарҙы айырҙы.

Магазин кәштәләре туҡһанынсы йылдарҙы хәтерләтә. Ләкин был яҙма хәҙерге заманда һәм ризыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Кибеттәрҙе паникаға бирелгән халыҡ бушата. Ҡырылып ҡарабойҙай, макарон кеүек оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һатып ала. Ә бәҙрәф ҡағыҙы кәштәләргә бөтөнләй барып етмәй.

Ҙур магазин буйлап кәрәкле аҙыҡ-түлек эҙләп йөрөргә теләмәгәндәргә ҙур һорау менән ҡулланылған продукцияны кәрзингә тултырып уҡ әҙерләп ҡуйғандар. «Машина тәгәрмәстәре һытылһа һытылыр, ашауһыҙ йәшәү юҡ», ти был ролик авторы. Сөнки донъяла – пандемия. Интернет селтәре был аҙнала ошондай видеояҙмалар менән тулды. Кемгә кәрәк һуң ҡарабойҙай менән бәҙрәф ҡағыҙы?... Ни өсөн кәрәк.

Бына ошо яҙмала уға яуап бар. Егет тәүҙә кәрзиненә аҙыҡ-түлек тултыра, йәнәһе, буш ҡалған  кәштәләрҙе телефонына видеоға төшөрә. Ә һуңынан кәрзинде кире бушата- блгер үҙен сауҙа үҙәге видеокамераһы төшөрөп торғанын аңғармаған. Тап шундай блогерҙар арҡаһында барлыҡҡа килә лә инде ғауға. Сөнки улар аҡсаны тап йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырып эшләй. Шок контент-Ығы-зығы бар икән, тимәк, блогерҙың ашарына ла була. Уның ҡарауы, башҡаларға ашарға ҡалмай. Донъяуи кимәлдә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, запас тупларға кәрәк. Был беҙҙең аслыҡ-яланғаслыҡты үткәргән гендарҙан килә. Тик бөтә кеше лә был ҡотҡоға бирелмәй.

Ысынында иһә, хафаланырға урын юҡ. Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендәге магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән, көндәлек кәрәк тауарҙан һығылып тора. Һатып алыусылар ҙа уға ташланмай.

Магазин келәте продукция менән тулы. Бында ғәҙәттәгесә, улар ҡаптарға бүленә.

Ауыл магазиндарында ла хәл тотороҡло һаҡлана, тип белдерә, Башҡортостан ҡулланыусылар союзы идаралығы.

Бәлки, тап шуға уға ихтыяж кәмемәй, ти белгестәр. Сатира оҫтаһы Камил Бузыҡаев был темаға көлкөлө һүрәттәре менән яуап бирә. Ысынлап та, көлкөмө һуң? Ғәмәлдә...

Биш көндән яңы партияһы килтерелә. Келәттә һаҡланғанын ҡаптарға тултырыу процесы туҡтамай. 

Өфөләге ҙур магазиндар селтәрҙәренә тауар таратыу үҙәгендә ярмалар, шәкәр, макарон һәм башҡа социаль аҙыҡ-түлек айҙан ашыу ваҡытҡа етерлек күләмдә бар. Сауҙа селтәрҙәре идарасылары билдәләүенсә, халыҡтың айырым төр аҙыҡ-түлекте күпләп һатып алыуы – уларға ҙур килем килтерә тип әйтеп булмай. Киреһенсә, магазин кәштәләрен буш тотмау өсөн логистикаға сығымдар артҡан.

Аҙна башынан сауҙа күләме ике тапҡыр артты. Беҙ тауарҙы магазиндарға ташыуҙы ла күбәйттек. Халыҡҡа ығы-зығыға бирелмәҫкә кәңәш итәбеҙ. Сөнки артыҡ һатып алған продукция өйҙәрендә иҫкереп ятасаҡ, ә беҙҙең һатыу линияһында улар һәр ваҡыт бар һәм  өҙлөкһөҙ буласаҡ.

Павел Антипин, сауҙа селтәре идарасыһы

Өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн республика аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиеларында эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Көндәлек һәм оҙаҡ һаҡлана торған продукция эшләп сығарыуҙа үҙгәрештәр юҡ. Мәҫәлән, Өфөләге ит комбинатында өс айға етерлек запас бар.

Хәҙер республика һәм Рәсәй төбәктәре Башҡортостанда етештерелгән тауыҡ ите менән туҡлана. Производство конвейрға һалынған. Иҡтисади машинаны яһалма ғауға менән туҡтатыу мөмкин түгел.

Үткән ял һатып алыусыларҙың артыу тулҡынынан һуң беҙ дүшәмбе һәм шишәмбе кәштәләрҙе шунда уҡ продукция менән тултырҙыҡ. Киләһе тулҡын тағы – шәмбе, йәкшәмбе көтөлә. Тауар дефициты юҡ, сауҙала ул ике айға, ә сеймал ярты йылға етерлек бар. йәки киләһе уңышҡа тиклем.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Үҙебеҙҙә күпме генә етештерелмәһен, Ҡытай тауарына ла ихтыяж юғары. Әле унда тормош үҙ тәгәрмәстәренә ҡайта башлаған. Һәр хәлдә, Ҡытайҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ шулай тип иҫәпләй.

Башҡортостанда карантин ваҡытында аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙы өйгә заказ менән алырға мөмкин буласаҡ. Был тик өлкәндәргә һәм инвалидтарға ҡағыла. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эргәһендә карантин ваҡытына ошондай ярҙам күрһәтеүсе үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, халыҡта ажиотаж тыуҙырыу урынына мохтаждарға ярҙам итергә, артыҡ һатып алған аҙыҡ-түлекте оло йәштәгеләргә алып барырға мөмкин. Сөнки, мәғлүмәттәргә ҡарағанда, коронавирусҡа тап улар бирешеүсән.

Фото №1 - «Кемгә кәрәк һуң ҡарабойҙай менән бәҙрәф ҡағыҙы?» Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ булмаясаҡ
Башбат

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ