Оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән термопласт һыҙаттар бер миҙгелгә лә түҙмәне

Радий Хәбиров «Транспорт сәғәте» форматында уҙғарылған кәңәшмәлә республикала юл билдәләре сифатына дәғүә белдерҙе.

За кадром. Башҡортостан былтыр юлдарҙа һыҙаттар яһау өсөн тәү башлап  термопласт ҡуллана башлағайны. Ул ябай буяуҙан күпкә нығыраҡ һәм оҙаҡ хеҙмәт итәсәк тип тә вәғәҙә иттеләр. Әммә ысынбарлыҡта яңы технология ла һөҙөмтәһеҙ булып сыҡты. Юлсылар әйтеүенсә, термопласт һыҙаттар эшләгәндә барлыҡ ҡағиҙәләр ҙә теүәл үтәлмәгән. Башҡортостан башлығы тәүге йылға тәжрибә юҡлығына һылтанырға мөмкин, ә быйыл бындай аҡланыу ҡабул ителмәйәсәк, тине.

Төбәк башлығы киләһе «Транспорт сәғәтенә» юлдарҙағы һыҙаттарҙы, билдәләрҙе күрһәтеүсе карта яһарға ҡушты. Бынан тыш термопласт һыҙаттарҙы ҡулланыуҙа өлгөлө тәбәктәрҙән тәжрибә уртаҡлашыу ҡарала. Шулай ҙа күп кенә ерҙәрҙә юл һыҙаттары түгел, ә асфальттың үҙе лә юҡ. Дим районында йәшәүселәр бына дәүләттән көтөп тормаған, ә үҙҙәре аҡса йыйып соҡорҙарҙы ҡырсынташ менән ямарға тотонған. Ләкин ҡыуаныстары ғына оҙаҡҡа бамаған. Хәҙер уларға стандарттарға тап килмәгән юл һалғанһығыҙ тип штраф һалырға булғандар.

Туҡтатып тороғоҙ, ә кирбес менән соҡорҙарҙы ямай стандарттарға тап киләме. Бына Саҡмағош районында тотош урамды кирбес менән ремонтлап сыҡҡандар. Береһе лә тап килмәй тип тормағандыр бит. Хәйер урындағы блогер төшөрөп күрһәткәндән һуң был ныҡлы юл япмаһын кире йыйып алғандар. Уның урынына ҡом һәм таш килтереп түккәндәр. Егет был нанотехнологияны ла яманлағас ҡына асфальт-бетон ҡатнашмаһы килтереп ремонт эшләп ҡуйғандар. Видеояҙма сюжеты сериалдағы кеүек килеп сыҡҡан.

Фото №1 - Оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән термопласт һыҙаттар бер миҙгелгә лә түҙмәне

Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ