Башҡортостанда 6 меңдән ашыу әсә өҫтәмә һөнәр аласаҡ

Бушлай... Бер генә шарт менән... декрет ялында булыу кәрәк. Бала ҡараусы әсәләргә өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге «Демография» милли проектына индерелгән. Программаға ярашлы, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу өсөн йыл да 74 миллион һум аҡса бүленәсәк. Аҡса әсәләргә түгел, ә уларҙы уҡытасаҡ эшҡыуарҙарға субсидия рәүешендә. Был инде йүнселдәргә ярҙам итеүҙең бер төрө лә. Бигерәк тә әлеге иҡтисади шарттарҙа. Ә гүзәл заттарға мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Әйткәндәй, өҫтәмә һөнәр үҙләштерергә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы ла көтөлә тиҙәр. Вирус ҡоторған мәлдә бит өйҙә генә ултырыу кәңәш ителә. Демография яҡшырасаҡ тип тә фаразлайҙар. Урыҫтар әйтмешләй, бәхет булмаҫ ине, бәхетһеҙлек булмаһа. БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким бала ҡараусы әсәләр менән осрашты.

Гүзәл Аҙнабаева күптән түгел генә өсөнсөгә әсәй булған. Йәғни, кәмендә йыл ярым  бала ҡарап өйҙә генә ултырыу ауырлыҡтарын яҡшы белә. Шуға ла өсөнсө балаға декрет ялына киткәндә был ваҡытты мөмкин тиклем файҙалы уҙғарып ҡалырға тырыша.

Өс бала тәрбиәләйем. Өлкән ҡыҙҙарым балалар баҡсаһында, беҙ улым менән өйҙә торабыҙ. Ул йоҡлаған ваҡытта ҡыҙҙарыма күлдәктәр тегәм. Тәжрибә етешмәй..Әммә үҙем декретта булғас курстарға йөрөү кеҫәгә һуғасаҡ...

Гүзәл Аҙнабаева, Өфөлә йәшәүсе

Әммә бынан ары декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмә белем алыу өсөн иренән аҡса һорансыларға кәрәкмәйәсәк. Мартта әсәләр өсөн махсус программа эшләй башланы. Бала тәрбиәләгән ҡатындарға бушлай яңы һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге тыуа. Был кустарға түләү өсөн сертификат дәүләт тарафынан бүленә. Белемен камиллаштырырға теләгән һәр әсә күңеленә яҡын һөнәр менән таныша ала.

Статистикаға ярашлы, декрет ялындағы әсәләр былтыр ашнаҡсы, дизайнер, офис хеҙмәткәре, интернет һатыусы кеүек һөнәрҙәрҙе йышыраҡ үҙләштерә. Әммә Өфөлә сертификат алған гүзәл заттар башлыса матурлыҡ индустрияһы белгестәренә уҡырға теләй.

Бөҙрәханала эшләгән тәжрибәле парикмахер Татьяна Хохлова дүрт йыл элек мәшғүллек үҙәге аша яңы һөнәр үҙләштергән. Әле ул хеҙмәттәштәре менән бергә декрет ялындағы әсәләр өсөн курстар ойоштора.

Ҡыҙҙар яңы һөнәргә бер аҙна элек кенә өйрәнә башлаһа ла, хәҙер ябай прическа яһап, сәс ҡырҡа белә Ике айлыҡ уҡыуҙарҙы үткән әсәләр башланғыс кимәлдә эшләгән парикмахерҙар рәтенә баҫасаҡ. Бөҙрәхәнала йыйылған ҡатындарҙың бер, ике, өс, хатта туғыҙ бала тәрбиәләгәндәре бар. Шулай уҡ, уларҙың тормоштағы төп һөнәрҙәре лә айырыла. Шәфҡәт туташы, һатыусы, банк хеҙмәткәре, уҡытыусы, кассир... Быға тиклем төрлө тармаҡта эшләгән әсәләр был дәрестә парикмахер булырға теләй.

Финанс өлкәһендә эшләнем, ә декретта парикмахерға уҡырға булдым. Матурлыҡ сфераһында эшләгем килә, миңә ул бик оҡшай.

Светлана Рафиҡова, парикмахерҙар курсында уҡыусы

Әлбиттә, был курстар төп йәки юғары белемде алмаштыра тигәнде аңлатмай. Шулай уҡ өҫтәмә белемде хобби менән бер рәткә ҡуйыу хата. Йәш әсәләр өсөн ҡаралған проекттың маҡсаты, ҡатын-ҡыҙҙарҙың квалификацияһын күтәреп, йөрәгенә яҡын һөнәр буйынса тиҙерәк эшкә сығарыу. Әммә декрет ваҡытында яңы һөнәр алып һуңынан төп эшенә әйләнеп тә ҡарамған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етәрлек.

Профессиям буйынса шәфҡәт туташы, өҫтәмә белем алып косметолог булырға ебәрҙелер. Матурлыҡ бер урында тормай, ҡатын-ҡыҙҙарҙы матурайтырға өйрәнәм.

Альбина Әбҡадирова, косметология курсында уҡыусы
Башбат

Декрет ялындағы әсәләргә ярҙамға килгән программа «Демография» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Яңы һөнәргә уҡырға теләгән ҡатындар  үҙҙәренең эш биреүсеһенә йәки йәшәгән урыны буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Сертификаттар 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләп декрет ялында булған һәм 7 йәшкәсә балалары, әммә эш урыны булмаған ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

Беҙгә ҡыҙҙар мәшғүллек үҙәгенән килә. Улар бер ай эсендә косметология буйынса махсус курстар үтә. Был курста улар кешенең анатомия, физиология, дерматология, гигиена теорияһын өйрәнеп практика үтә. Әйткәндәй, косметик һөнәр хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Шуға күрә эшкә төшөү мөмкинлеге бик юғары.

Гөлназ Ғәлимова, уҡыу үҙәге директоры

Эш биреүселәр ҙә йәш әсәләр өсөн ҡаралған программа ҡыҙыҡлы һәм отошло тигән фекерҙә. Профессияға яңы килгән белгестәргә тәжрибә етмәгән осраҡта ла улар уҡыусыларҙың практик белемен камиллаштырырға ярҙам итә һәм аҙаҡ эшкә алырға риза. Хеҙмәт баҙарында күптәр офиста эшләргә теләй, ә бына ҡул көсө менән эшләүселәргә – ҡытлыҡ булыуы күҙәтелә.

Беҙгә уҡырға килгән ҡатын-ҡыҙҙарға дәүләт өлгөһөндәге таныҡлыҡ тапшырыла. Ике йәки өс айлыҡ курсты тамамлаған уҡыусыларға Өфө матурлыҡ салондарында, бөҙрәханаларҙа эш урыны менән тәьмин итеүгә гарантия бирәбеҙ. Дәрестәргә улар үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта йөрөй. Эшкә урынлашһа ла өйҙәренә яҡын салонды һайлай ала.

Татьяна Десяткина, «Фигаро» парикмахер селтәре генераль директоры

Белем алыу сертификатының хаҡы – 46 300 һумға тиклем етә. Бынан тыш, уҡыу ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға минималь хеҙмәт хаҡы күләмендәге стипендия түләнәсәк. Әлегә ваҡытта был сумма 13 мең 900 һум тәшкил итә.

Курстар эшкә сығырға теләгән ҡатындарға һөнәри оҫталығын онотмаҫҡа, эш рәтен иҫкә төшөрөргә мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә әсәләр ҙә яңы урында, яңы профессияла эш башларға теләй икән курстар – файҙалы башланғыс булып тора.

Ольга Орлова, Өфө мәшғүллек үҙәгенең һөнәри белем биреү бүлеге етәксеһе

Республикала йәшәүсе әсәләргә ярҙамға килгән яңы программа буйынса быйыл кәмендә 1200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ уҡытылыр тип күҙаллана. 2024 йылға тиклем республиканың үҫеш стратегияһына ярашлы, төбәктә 230 меңдән ашыу декрет ялындағы әсәгә һөнәри белем биреү ҡаралған. Ошо маҡсатта бюджеттан йыл һайын ике миллиард һум самаһы аҡса бүленәсәк. Тимәк, сертификат күп әсәләрҙең хыялын тормошҡа ашырыуға этәргес буласаҡ. Гүзәл Аҙнабаева тегенсе курстарында уҡый башларға ниәтләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда 6 меңдән ашыу әсә өҫтәмә һөнәр аласаҡ

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ