Башҡортостанда бөгөндән бөтә бассейндар һәм кинотеатрҙар ябыла

50-нән күберәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы уҙғарыу тыйыла, әлегә тиклем был күрһәткес 250 ине. Был турала бөгөн Республика башлығы белдерҙе. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ карантин ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә күрелгән сараларҙы ҡәтғиләштереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп яңылыҡтар хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Берәүҙәр өйҙә юҡ, икенселәре күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәй. Сит илдән ҡайтҡандан һуң ике аҙна өйҙән сыҡмаҫҡа тейешле туристарҙың тик 37 проценты ғына карантин талаптарын үтәй. Ҡалғандары иһә башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуйып кеше араһында йөрөй. Хатта, ошо аҙымы менән маҡтанырға ла оялмай. Блогер Гүзәл Шәрәфетдинова һымаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡағиҙәләр бөтәһе өсөн дә бер. Әле Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова һәм тағы бер нисә етәксе карантинда. Сикләүҙәр 20 апрелгә тиклем үҙ көсөндә ҡала.  

Республикала ғәҙәттән тыш хәлдәргә юғары әҙерлек режимы иғлан ителгән. Ҡыҙыу линия эшләй, әле белгестәр 5 меңдән ашыу шылтыратыуҙы эшкәрткән. Медицина учреждениелары сирлеләрҙе ҡабул итергә әҙер.

Ябай гигиена битлектәренә килгәндә , әле республиканың еңел сәнәғәт предприятиелары тәүлегенә 10 мең заказды үтәүгә сыҡҡан. Әҙер продукция медицина учреждениеларына оҙатыла. Радий Хәбиров ихтыяжды ҡаплау өсөн күләмде арттырыу бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, бассейн, кинотеатрҙар ябыла, яңы обсерваторҙар асыла.

Мәғариф учреждениелары дистанцион уҡытыуға күсә, балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү ойошмалары, спорт түңәрәктәре эшен дауам итә, әммә һаҡланыу саралары юғары булыуы шарт. Мәктәп уҡыусыларына онлайн белем биреү 2 апрелдә башлана. Каникулдарҙа педагогтарға дистанцион уҡытыу буйынса курстар ойошторола.

Коронавирус тотош республика тормошона ла үҙгәрештәр индерә. Радий Хәбиров адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә төҙөлгән социаль обьекттарҙы сафҡа индереү ваҡытын үҙгәртергә ҡушты. Был аҡсалар иҡтисадты күтәреүгә һәм социаль мәсьәлләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.

Короновирус беҙҙе урап үтәсәк тип һаҡланыу сараларын күрмәү яуапһыҙлыҡ һәм бер ҡатлылыҡ тине Радий Хәбиров. Сөнки хәүеф көндән көн арта, һуңғы ике аҙнала ғына республиканан ун биш мең тирәһе кеше сит илдәрҙә булған. Әле Башҡортостан дауаханаларында коронавирусҡа шикләнеп 58 кеше шул иҫәптән алты бала тикшерелә. Әммә бер сир раҫланған бер осраҡ та юҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда бөгөндән бөтә бассейндар һәм кинотеатрҙар ябыла

Р.Кәримова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ