Республика башлығы Радий Хәбиров "Төҙөлөш сәғәте" кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе. Уҙған йылда көсөнә ингән законға ярашлы, торлаҡ төҙөлөшөнә халыҡ индергән аҡса махсус иҫәптә һаҡлана, аралашсы ролен банк ала. Төҙөлөш төҙөүсе һәм банк аҡсаһына башҡарыла.
Был система алданыусылар проблемаһын бөтөрөү маҡсатында индерелде. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда төҙөлөшкә власты ла йәлеп итергә кәрәк. Кредит ойошмалары, төҙөүселәр, шулай уҡ Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында өс яҡлы комиссия булдырырға мөмкин, тине Радий Хәбиров.





