Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы үтте

Махсус форматтағы осрашыу. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Коронавирус инфекцияһын профилактикалау сараларына бәйле депутаттар көн тәртибендәге мәсьәләләрҙе төркөмдәргә бүленеп тикшерҙе. Ә инде закон проекттары өсөн тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система ярҙамында тормошҡа ашырылды. Парламент ултырышынан БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Һаҡланыу саралары ишек төбөнән үк башлана. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһына инеү өсөн тән температураһын үлсәтеү һәм химик матдәләр ярҙамында ҡулдарҙы дезинфекциялау талап ителә. Был ҡағиҙә барыһына ла ҡағыла. Башҡортостан етәксеһе лә, депутаттар ҙа, шулай уҡ хәбәрселәр ҙә мотлаҡ рәүештә табиптар тикшереүен үтергә бурыслы. 

Әйткәндәй, парламенттың сираттағы пленар ултырышына һанаулы ғына кешеләр саҡырылды. Сөнки коронавирусты иҫкәртеү өсөн осрашыу махсус форматта ойошторолдо. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сирек быуатлыҡ тарихы эсендә депутаттар тәүге тапҡыр айырым залдарҙа бер нисә төркөмгә бүленеп эшләне. Улар спикерҙарҙың сығыштарын видеобәйләнеш аша күҙәтте. Ә тауыш биреү өсөн электрон система ярҙамға килде.

Ултырыштың көн тәртибенә өс тиҫтәгә яҡын мәсьәлә индерелгән. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ҡоролтай депутаттары Өфөгә «Хеҙмәт Даны ҡалаһы» исемен биреү тураһында күрһәтмә ҡабул итте. Абруйлы исем өфөләрҙең фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы, хеҙмәт батырлығы һәм Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн тапшырылыр тип көтөлә.

Халыҡ һайланыусылары шулай уҡ Башҡортостандың быйылғы һәм киләһе ике йылдағы бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон да ҡабул итте. Уға ярашлы, республика килеме 3 млрд 987 миллион һумға тиклем артыр тип көтөлә. Бер үк ваҡытта сығымдар ҙа 9 миллиард 857 миллион һумға күтәреләсәк.

Фото №1 - Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы үтте

И.Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ