Өфөлә микрофинанс ойошмаһы баш ҡала йәшәүсеһен бурысҡа батырған

«Тиҙ аҡсаларға» бурыслы.... Был заем ойошмаһынан Илнар Үтәғолов бер-нисә тапҡыр мөрөжәғәт итә. Бурыстарын график буйынса тотҡарлыҡһыҙ ҡайтара. Әммә күптән түгел үҙенең 38 мең һум бурысы барлығы хаҡында атаһы адресына ебәрелгән хат аша белә. «Тиҙ аҡсалар» арҡаһында килеп тыуған мәсьәләнеБСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Бурысҡа тиҙ аҡсаларҙы уңға-һулға таратҡан офиста Илнарҙың һорауына аңлатма бирергә ашыҡмайҙар. Ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итергә ҡушалар. Әммә унда шылтыратыуҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә, юҡ, ти Илнар Үтәғолов

Илнарҙың ҡулында иҫәптәре хаҡында белешмә. Был белешмәлә егеттең ошоға тиклем кредит ойошмаһынан бурысҡа алған аҡсалар хаҡында мәғлүмәт.

«Тиҙ аҡсалар» офисында Илнар Үтәғолов бер-нисә тапҡыр кредит ала, ваҡытында иҫәпләшә. Әммә 2020 йылдың 14 ғинуарынан уның исеменә мобиль ҡушымта аша 25 мең һум аҡса алған тигән хат килә. Мутлыҡ икенсе кешенең симкаһы аша, Илнар Үтәғолов исеменән башҡарылған.

Тиҙ генә аҡсаға мохтажлыҡ кисергән ваҡытта алған бурыстарын ҡаплаған өсөн егет белешмә лә алған. Интернет аша 25 мең һум аҡсаға уның исеменән заявка бирелеүе уны тамам аптыратҡан.

Ошоға тиклем алғаным булды ,мине фотоға төшөрөләр, имзамды ҡуя инем, ә был юлы мин йәнәһе инттернет аша аҡса алғанмын уны иҫәпкә күсергәндәр. Мин был телефондың Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙҙыҡы икәнен белдем.

Бөгөнгө көндә егет «Тиҙ-аҡсалар»ға проценттары өсөн 12 600 һум, пеняларына 355 һумдан 37 600 мең һум аҡса бурыслы. Был осраҡҡа ҡарата хоҡуҡ белгесе аңлатмаһы.

Банк һәм банк эшмәкәрлеге тураһындағы закон нигеҙендә ул ай эсендә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға тейеш. Уның тураһында мәғлүмәт нисек билдәле булған, уларҙы эшкәртеүгә ризалыҡ биргәнме, банк уларҙы раҫларға тейеш, аҡсалар ниндәй иҫәпкә һәм кем исеменә күсерелгән. Ошондай иҫбатлау документтары йыйылғандан һуң, енәйәт эшен ҡуҙғатыу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә ала.

Валерий Шәрипов, юрист

Интернет аша «Тиҙ аҡсалар» офисына икенсе кеше исеменән заявка биреп, башҡа симка аша аҡса алып файҙа күреүселәр закон алдында яуап бирергә тейеш. Үкенескә күрә, Илнар кеүек мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр етерлек. Интернет аша мутлашыусыларҙан зыян күргән Илнар Үтәғолов прокуратураға ялыу яҙып, үҙ хоҡуҡтарын суд аша ғына яҡлай ала.

Фото №1 - Өфөлә микрофинанс ойошмаһы баш ҡала йәшәүсеһен бурысҡа батырған

Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ