Эксперттар быға аныҡ дәлилдәр килтерә. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү мәсьәләһе референдумды талап итмәй, был процедура халыҡ өсөн ябай һәм уңайлыраҡ. Сәйәсәт белгесе Светлана Парфенова һөйләй.
Төп законға төҙәтмәләр индереүҙә халыҡ-ара тәжрибәһе бөгөн Өфөлә түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Унда Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары, сәйәсәт белгестәре, тауыш биреү һәм контроль өлкәһендәге эксперттар ҡатнашты. Ултырышта “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт күҙәтеү“ проекты һәм сайты тәҡдим ителде. Мәскәү Кеше хоҡуҡтары бюроһы директоры Александр Брод интернет аша элемтәгә сыҡты. Эксперт әйтеүенсә, башҡа илдәр конституцияларына төҙәтмәләрҙе йыш индерә. Рәсәйҙә иһә был үҙгәрештәр – заман талабы
Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө 22 апрелдә үтә.





