Владимир Путин бөгөн халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Владимир Путин бөгөн халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Рәсәй Президенты коронавирус таралыу сәбәпле Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөн күсерергә тәҡдим итте. Бынан тыш, Владимир Путин хәүефле сир таралыуҙы сикләү өсөн киләһе аҙнала ял иғлан итте.

Владимир Путин бөгөн халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Фото №1 - Владимир Путин бөгөн халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Владимир Путин илдәге социаль-иҡтисади хәлдәргә лә туҡталды. Ғаиләлә өс йәшлек балаһы булғандарға ай һайын 5 мең һум түләнә, ауырыу сәбәпле ялға киткәндәргә кәмендә минималь хеҙмәт хаҡына ярашлы аҡса бирелә, эшһеҙлек буйынса пособие 12 мең һумғаса етәсәк. Бынан тыш, Владимир Путин “кредит каникулы” иғлан итте.

Владимир Путин бөгөн халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Рәсәй Президенты эшҡыуарҙарға ла ярҙам саралары тураһында белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ