Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, уҙған аҙнала Өфөнөң Дим биҫтәһенә ингән урын ҡамап алынды. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре еңел автомобилдәрҙең береһендә шартлатҡыс әйберҙәр алып китеп барылыуы тураһында хәбәр ала.
Хоҡуҡ һаҡсылары ирҙе туҡтатырға маташа, әммә ул туҡтамағас, буйһонмаусы юҡ ителә. Автомобиль салонында Макаров пистолеты, хәрби припастар, шулай уҡ 4 килограмлыҡ шартлатҡыс ҡоролма табылған. Ҡурҡыныс табыш ошонда уҡ зарарһыҙландырылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә ярашлы, боевик Өфө биләмәһендә террор ғәмәле әҙерләгән булған.




