Бөгөн Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эшҡыуарҙар менән осрашты. Улар һалымды кәметеү, ҡуртым хаҡын һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташлама булдырырға тәҡдим итте. Бынан тыш, эшҡыуарҙар түләмәгән осраҡта ла, электр һәм газдан өҙмәҫкә саҡырҙы.
Ресурс компаниялары бындай тәҡдим менән ризалашты. Көрсөккә ҡаршы штаб 27 мартта эшләй башлай.





