Бөгөн Өфөлә йәшәүсе ете тиҫтәләп кешегә ярҙам күрһәтелгән. Ярҙам саралары башлыса уларҙың йорттарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа көнкңреш кәрәк-яраҡтары килтереүгә ҡайтып ҡала. Теманы хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ниндәй аҙыҡ-түлекте ҡайһы кибеттән алырға кәрәклеген оло йәштәгеләр үҙҙәре әйтә. Өлкәндәрҙе көн дә кәрәкле һәм оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ төрҙәре ҡыыҙҡһындыра. Уларға ярҙамға килгән буласаҡ табиптар кәрзиндәрен тултырып тәғәйен урынға алып барып тора.
Ирекмәндәр коронавирус инфекцияһынан тәү сиратта өлкән йәштәгеләргә хәүеф янауын күҙҙән сығармай. Фатирға килтерелгән аҙыҡ-түлек өсөн хаҡлы ялдағы граждандар чек буйынса түләй, юл хаҡы өсөн түләү кәрәкмәй.
Аҙна башында эш башлаған колл-үҙәктә шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Телефон һандары һеҙҙең экрандарҙа. Үҙәккә шылтыратып коронавирус инфекцияһына бәйле һорауҙарға яуап табырға, кәрәкле ведомстволар менән бәйләнешкә сығырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин.




