Иҫке йорттан яңыһына

Республикала авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының тәүге этабына ярашлы, 666ғаилә өй туйлаясаҡ. Муниципалитеттарҙың күбеһе проблеманы хәл итеүҙә яңы йорт төҙөлөшөн һайлаған. Объекттарҙың береһе Баҡалы районында күтәртелә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Алтмышынсы йылдарҙа төҙөлгән йорттоң штукатуркаһы ҡойола, харабаларға әйләнеп бара. Тышҡы биҙәлеше насар хәлдә. Стеналағы, тәҙрәләге ярыҡтарҙан еле өрә, өй эсендә һыуыҡ. Милекселәр билдәләүенсә, капиталь ремонт ярҙам итмәйәсәк, бина һүтеүгә генә яраҡлы.

Ағас тәҙрәләр, бөгөн-иртәгә ҡойолоп төшөргә генә тора, түбәнән һыу аға, ямғыр яуһа биҙрәләр ҡуябыҙ.

Эльмера Ғайсина, Баҡалы ауылында йәшәүсе

Күрше йортта ла шул уҡ күренеш. Һәр ҡайһыһында һигеҙәр фатир тип алғанда, бөгөн Баҡалы ауылында ун алты ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Хәйер, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы, проблеманы хәл итеү юлы ла билдәләнгән. Подъезд ишеге янындағы яҙыу ыңғай үҙгәрештәр яҡынлашыуға дәлил.

Аксаков урамында урынлашҡан күп фатирлы ике йорт 2016 йылда авария хәлендә тип таныла. Бөгөн бында йәшәү бер ни тиклем хәүеф тыуҙырһа ла, граждандарҙың күңеле тыныс, сөнки сират буйынса улар быйыл көҙ яңы торлаҡҡа күсенергә тейеш. Күп ҡатлы объект күрше урамда төҙөлә. Кирбес өҫтөнә кирбес һалына, әле йорттоң өсөнсө ҡаты күтәрелгән, төҙөлөш ваҡытынан алда бара, фатир асҡыстары сентябрҙә тапшырылыуы ихтимал.

Объект нигеҙе былтыр октябрҙә һалына. Ҡыш миҙгеленең йылы булыуы ташсыларҙың эш процесына ыңғай тәьҫир итә. Бер айҙан һуң эске биҙәкләү эштәре башланырға тейеш.

Авария хәлендәге йортта йәшәүселәр төҙөлөш барышын көн дә күҙәтә. Тиҙҙән ниндәй подъезд, нисәнсе фатирға күсенеүҙәрен дә беләләр. Эльмира Ғайсина яңы торлаҡтың майҙаны ҙурыраҡ булыуына ҡыуана.

Билдәле булыуынса, яңы йортта утыҙ алты фатир, уларҙың бер өлөшө етем балаларға тәғәйенләнгән. «Башҡорт ихатаһы» республика программаһына ярашлы биләмәлә төҙөкләндереү эштәре лә планлаштырылған. Балалар уйын майҙансығы, ял урындары, юл-тротуарҙар төҙөлөшө көтөлә.

Фото №1 - Иҫке йорттан яңыһына

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ