Сибайҙағы баҙарҙарҙың береһенән ит һатып алыусыларға ашығыс рәүештә изоляцияланырға ҡушылған

Асыҡланыуынса, Матросов урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа үҙәгендә коронавирус диагнозы ҡуйылған ир һатыу иткән. Силәбе өлкәһе вәкиле күптән түгел сит илдә ял итеп ҡайтҡан булған. Әммә өйҙә ҡалыу урынына сауҙа эшмәкәрлеге алып барған.

Яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫлаған фермер әле дауаханала ята. Бөгөн Өфөлә үткән сираттағы брифингта «Воскресный» баҙарының 37-се павильонынан ит һатып алыусыларға ашығыс рәүештә изоляцияланырға кәңәш ителде. Ауырыу билдәләре булған осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бер үк ваҡытта был граждандан ит һатып алыусылар үҙҙәре тураһында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтыратып мәғлүмәт бирергә тейеш. «Ҡыҙыу линия» телефоны: 286-58-27, 279-91-20. Өфөнөң коды 347.

Фото №1 - Сибайҙағы баҙарҙарҙың береһенән ит һатып алыусыларға ашығыс рәүештә изоляцияланырға ҡушылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ