Етәксе эштән бушатыуҙы һорап ғариза яҙған. Чиновник һәм уның тормош иптәшенең сит илдән ҡайтҡас та, эшкә сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек. “Бөгөнгө шарттарҙа ауыл биләмәһе башлығының был аҙымы ғәҙелһеҙлек һәм яуапһыҙлыҡ” тип белдерҙе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Сит илгә барыу осраҡтарын йәшерергә маташыу осраҡтары артабан да буласаҡ. Был мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк, тине Башҡортостан етәксеһе.
#коронавирус





