Короновирусҡа бәйле ялдар ваҡытында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тотҡарлана ҡалһа, пенялар өҫтәлмәй. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров ошондай тәҡдим индерҙе. Ул коммуналь ойошмаларға кешеләрҙең хәлен аңлап ҡабул итергә ҡушты.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ялдарҙан һуң тәьмин итеүсе ойошмалар менән хеҙмәттәр өсөн иҫәпләүҙе яңынан башҡарырға йөкләмә бирелде. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров әйтеүенсә, әле республикала граждандарға коммуналь-хеҙмәттәр өсөн алдан түләргә тигән иҫкәрмәләр ебәреү осраҡтары бар.





