Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләрҙә социаль йөкләмәләргә ҙур урын бирелгән. Унда экология, мәғариф һәм медицинаға ҙур иғтибар бүленгән, тип иҫәпләй Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова.
Конституцияла ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәренә ҙур урын бүленгән, тигән фекерҙә республика парламенты депутаты, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү июндә үтеүе ихтимал. Президент Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәтендә тауыш биреүҙе күсерергә тәҡдим итте. Коронавирус пандемияһы сәбәпле апрелдә тауыш биреү ойоштороу хәүефле. Эксперттар фекеренсә, йәйгә коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмергә тейеш. Яңы дата әлегә билдәһеҙ ҡала.
#Конституция #поправки





